Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны https://bash.news/yuldash/40275_bgn_rsj_prezidenty_vladimir_putin_federal_jyjylysha_mrzhtnam_menn_syysh_yaany
16 ғин, 17:30

Мөһим мәсьәләләрҙе тиҙерәк тормошҡа ашырыуға тотоноу өсөн мөрәжәғәтнамә йыл башында уҡ яңғыратылды, ти эксперттар. Ил башлығы белдереүенсә, 2024 йылға тиклем демографияны яҡшыртыу маҡсаты ҡуйыла. Хөкүмәт һәм Үҙәк Банкка граждандарҙың килемен арттырыу бурысы йөкмәтелде. Президент мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, тышҡы сәйәсәт, Рәсәйҙең донъя аренаһында биләгән урыны тураһында ла әйтте. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе, вице-премьерҙар һәм федераль министрҙар кандидатураһын раҫлау хоҡуғын Дәүләт Думаһына тапшырыу фекерен ишеттерҙе.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Ил етәксеһе 1-4 класс уҡыусыларының барыһын да йылы аш менән бушлай тәьмин итеү кәрәклеген билдәләне.

Владимир Путин юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырырға ҡушты. Бигерәк тә табиптар, педагогтар һәм инженерҙар етешмәгән төбәктәрҙәге университеттарға иғтибар биреү мөһим, тине президент.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Владимир Путин илдең ҡеүәте граждандарҙың лайыҡлы йәшәүендә икәнлегенә баҫым яһаны.

Рәсәй президентының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә халыҡты социаль яҡлау, тыуымды арттырыу мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә булды, ти Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Уның фекеренсә, Владимир Путиндың тәҡдимдәре һәр кемдең күңелендә иртәгәһе көнгә өмөт уята.

Юлдаш
Владимир Путин
Радий Хабиров
Зугура Рахматуллина