Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе халыҡ өсөн булды

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе халыҡ өсөн булды https://bash.news/yuldash/40277_vladimir_putindy_federal_jyjylysha_mrzhtname_xaly_sn_buldy
16 ғин, 18:10

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ошондай фекер еткерҙе. Быйылғы мөрәжәғәт социаль йүнәлешле булыуы, айырыуса ғаилә, демографик хәлде яҡшыртыу йәһәтенән айырылып торҙо.

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе халыҡ өсөн булды
Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе халыҡ өсөн булды

Ил башлығының сығышына бәйле Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолованың фекере.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән 16-сы тапҡыр сығыш яһаны. Быйылғыһы 1 сәғәт 10 минут барҙы.

Президенттың федераль Йыйылышҡа әйткән мөрәжәғәтнамәһен йыһанда ла ҡаранылар. Бындай мөмкинлекте "Роскосмос" һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты булдырҙы. Башҡортостанда иһә 12 урында мөрәжәғәтнамәне күмәкләп ҡарау ойошторолдо. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе рәйестәше Надежда Крылова мөрәжәғәттән үҙебеҙ өсөн яңы эш йүнәлешен алдыҡ, ти.

Президент, тәү сиратта, демографияға иғтибар бүлде, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе рәйестәше Шамил Вәлиев дәүләт күрһәткән ярҙам демография күрһәткесен яҡшыртырға ярҙам итер, ти.

Бала табыу әҙ, уны яҡшы тәрбиәләргә лә кәрәк, тигән фекерҙә Башҡортостан буйынса сик һаҡлау ғәскәре ветерандары ойошмаһы рәйесе Алмаз Юлбарыҫов.

2020 йыл Рәсәйҙә хәтер һәм дан йылы.

Юлдаш
Эльвира Аиткулова
Надежда Крылова
Шамиль Валеев
Алмаз Юлбарисов
75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет