Һаулыҡ һаҡлау темаһы- көн үҙәгендә

Һаулыҡ һаҡлау темаһы- көн үҙәгендә https://bash.news/yuldash/40290_auly_alau_temay_kn_gend
20 ғин, 20:00

Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә граждандарҙы борсоған социаль темаларҙы күтәрҙе. Улар иҫәбендә һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре лә бар. Демография торошо, тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү, милләт сәләмәтлеге, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йәнләндереү – барыһы ла хәл итеүҙе көткән темалар исемлегендә. Республика хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә лә һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде. “Асыҡ студия” эксперттары- Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры ярҙамсыһы Зөфәр Мортазин, Шишмә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Камил Яппаров һәм табип-статистик Нурзидә Манапова-Урманшина.

Юлдаш
Волна
Фк уфа 10 лет