Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу - 2020

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу - 2020 https://bash.news/yuldash/40305_bt_rsj_xaly_iben_alyu_2020
24 ғин, 20:04

Быйыл Рәсәйҙә мөһим кампания тора. Октябрь дауамында халыҡ иҫәбе алынасаҡ. Илдә көнөнә, айына, йылына күпме сабый тыуғаны, нисә кешенең күсеп киткәне йәки, киреһенсә, беҙгә килгәне мәғлүм, рәсми теркәлеп бара. Вафат булғандарҙың да аныҡ иҫәбе алып барыла. Шулай булғас, нишләп, йәнә айырым кампания ҡороп, ҙур сығымдар түгеп, халыҡты иҫәпләргә һуң? Күптәр шулай уйлай. Статистика хеҙмәте иһә был сараның ысынлап та мөһим булыуын, уҙғарылырға тейешлеген белдерә. Ниндәй аргументтар менән нығыта улар үҙ һүҙҙәрен? “Асыҡ студия” эксперты - Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин.

Юлдаш
Волна
Фк уфа 10 лет