Иҡтисади көрсөктө нисек еңеп сығырға?

Иҡтисади көрсөктө нисек еңеп сығырға? https://bash.news/yuldash/4030_iktisadi-kersekte-nisek-enep-syhyrha
29 ғин, 19:17

Рәсәй хөкүмәтенең иҡтисади көрсөккә ҡаршы 2015 йылға саралар планы бар. Ил ҡаҙнаһы сығымының 2016-2018 йылдарҙа кәмендә 5 процентҡа әҙәйере көтөлә. Ә быйыл ике тапҡырға күберәк - 10 процентҡа. Шуныһын айырып әйтеү дөрөҫ булыр: оборонаға, ауыл хужалығына һәм халыҡ-ара йөкләмәләргә аҡса кәметелмәйәсәк.
 
Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты профессоры Сәмсинур Шакирова менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
   Сәмсинур Шакирова: "Рәсәйҙәге иҡтисади көрсөктө йәшереп булмай. Ул тәү сиратта халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Ризыҡҡа, көнкүреш тауарҙарына хаҡ күтәрелеүе, эш урындарының ҡыҫҡартылыуы һәм башҡалар. Быны 90-сы йылдар менән сағыштыра алабыҙ. Ул саҡ та приватизациялар башланды, яңы модель хөкүмәт күҙәтеүе аҫтында уҙғарылманы. Бар нәмәне нефткә хаҡ төшөү менән аңлатыу дөрөҫ булмаҫ. Иҡтисадти көрсөктән сығыу юлдарының береһе – ситтән һатып алған продукцияны үҙебеҙҙә етештереү. Башҡортостанды алһаҡ, шулай уҡ, барыһын да тиерлек ситтән алабыҙ. Дарыуҙар, ризыҡ, ауыл хужалығы орлоҡтары, техника, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары һәм башҡалар. Беҙҙә тәбиғи байлыҡ бар, әммә бер йыл эсендә һөҙөмтәгә өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Бөгөн ҙур реформалар кәрәк. Был йәһәттән, беҙҙең ғалимдар тарафынан тәҡдимдәр индерелә, уларҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Республика алты төбәккә бүленә, һәр береһенең тәбиғи байлығы бар. Һәм уларҙа ниндәй тармаҡты үҫтереү отошло булыр?! Шуны иҫәпкә алырға кәрәк. 
Илде туйҙырған ҡатлам булып урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ тора. Һәм уларға әле тейешле иғтибар бүленеп етмәй. Һыу, урман, ер байлыҡтары – бер хөкүмәт ҡулында булһын ине, тигән теләк бар.  Йәштәр белемгә ынтылһын, әүҙем булһындар ине".

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд