Фольклориадаға әҙерлек

Фольклориадаға әҙерлек https://bash.news/yuldash/40315_folkloriadaa_erlek
20 ғин, 10:03

Радий Хәбиров бөгөн Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Халыҡ ижады фестивале Башҡортостанда быйыл 18 июлдән 1 авгусҡаса үтә.

Фольклориадаға әҙерлек
Фольклориадаға әҙерлек

“Рәсәй Бөтә донъя Фольклориадаһын беренсе тапҡыр ҡабул итә. Уны мәҙәни Олимпиада тип атарға мөмкин. Шуға сара юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш”, - тине Республика Башлығы.

Фольклориадаға 80-дән ашыу илдән 3 меңгә яҡын артист килеүе көтөлә. Район һәм ҡалаларҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү һәм байрам сараларын үткәреү өсөн 72 майҙансыҡ әҙерләнә. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков һөйләй.

Тәүге фестиваль Нидерландтарҙа 1996 йылда үтә. Артабан Фольклориаданы Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексика ҡабул итә. Сара дүрт йыл һайын уҙғарылып килә. Башҡортостанда Фольклориаданы асыу тантанаһы “Өфө-Арена”ла үтә, фестивалде ябыу сараһы “Ватан” этнопаркында ойошторола.

Юлдаш
Фк уфа 10 лет