Косметология һеҙгә ярҙамға килә

Косметология һеҙгә ярҙамға килә https://bash.news/yuldash/4037_kosmetologiya-hezge-yarzamha-kile
30 ғин, 19:26

Бөгөн – йома, алда – ял көндәре. Шәмбе һәм йәкшәмбене һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә мөмкин.
 
Программала “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге етәксеһе Зилә Аксенова ҡатнаша. Уның менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Зилә Аксенова:"Косметология төрҙәренең һәр береһе айырым үҙенсәлеккә эйә. Һуңғы йылдарҙа врач-косметологка мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта. Барыбыҙ ҙа йыйырсыҡтарҙан арынырға тырышабыҙ. Уларҙың бер нисә төрө бар. Мимик йыйырсыҡтар, артыҡ күп көлһәң күҙ тирәһендә, ауыҙ ҡыуышлығында тештәр булмағанда ауыҙ тирәһендә, шулай уҡ декоратив косметика менән артыҡ шөғөлләнеү арҡаһында барлыҡҡа килгән йыйырсыҡтар. Яңы ғына барлыҡҡа килгән йыйырсыҡтар менән көрәшеүе еңеләрәк. Төрлө крем, һылау ысулдары ҡулланырға була. Әгәр тәрәнерәк булһа, икенсе алымдарҙы файҙаланыу яҡшы. Йәшәртеү кремдарына төрлөсә ҡарайым. Файҙа килтергәндәре лә юҡ түгел.
 
Биткә, ҡулға эшләнә торған массаждың бер нисә төрө бар. Массаждан һуң кешенең күҙгә күренеп тире торошо үҙгәрә. Алған һөҙөмтә бер йылға, ярты йылға етеүе мөмкин. Мәскәүҙә испан-француз массажына өйрәнеп ҡайттым. Целлюлитҡа ҡаршы өс төр массаж ҡаралған. I стадияла 5-6 сеанс, III-IV стадияларҙа уларҙың һаны 10-15 етеүе ихтимал.
 
Беҙгә килгән һәр клиент диагностика үтә. 
Беҙҙең "Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәгендә бүләккә 500 һумдан башлап сертификат алырға була.  Февраль айына ташламалар ҡаралған. Һәр кем сәләмәт булһын!
 
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, телефон һандары: 8-919-603-37-57. Шулай уҡ, Дим биҫтәһендә урынлашҡан үҙәгебеҙ ҙә бар. Уның адресы: Дағстан урамы, 33 йорт. Телефоны: 8-927-920-91-57. Рәхим итегеҙ!"

Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд