Ни өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта? Нигеҙлеме ул? Бынан кем ота?

Ни өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта? Нигеҙлеме ул? Бынан кем ота? https://bash.news/yuldash/4042_ni-esen-azyk-tulekke-haktar-arta-nigezleme-ul-bynan-kem-ota
02 фев, 20:09

Рәсәй халҡы һуңғы айҙарҙа хаҡтарҙың саманан тыш артыуын билдәләй. Беренсе урында – аҙыҡ-түлек. Уның ҡиммәтләнеүен ҡайһы берәүҙәр Көнбайыштың санкциялары һәм Рәсәй индергән эмбарго менән бәйләй. Ни өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта? Нигеҙлеме ул? Бынан кем ота?

Ни өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта? Нигеҙлеме ул? Бынан кем ота?
Ни өсөн аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта? Нигеҙлеме ул? Бынан кем ота?


 
Башҡортостандың фермерҙар берлеге рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Ислам улы Сәйетғәлиев менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Зифҡәт Сәйетғәлиев: "Хаҡтар артыуын сит ил тауарын долларға һатып алыуға бәйләү бар. Доллар үҫкән һайын, ундай тауарға ла хаҡ арта, әлбиттә. Ә ниңә һуң үҙебеҙҙә етештергән тауарға, аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда ла шул уҡ хәл? Уның сәбәбе төптә ята. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы санкцияларға ғына бәйле түгел. Беҙҙең илдә ауыл хужалығына иғтибар булманы, мал, ҡош-ҡорт һаны ныҡ кәмене. Хәҙер уның һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Рәсәй Федерацияһында бынан 20 йыл элек 42 миллион һауын һыйыры иҫәпләнә ине, уларҙан 35-37 миллион быҙау алынды. Бөгөн 9 миллион 300 мең һауын һыйыры ҡалды, быҙауҙар һаны 8 миллион тирәһе. Аҙыҡ-түлек сит илдән индерелмәгәс, беҙҙең шул ғына малдан баҙарҙы тултырырлыҡ ризыҡ етештереү мөмкин түгел, шуға ул ҡиммәт. Хаҡтарҙы тотороҡландырыу һәм продукциябыҙҙы етештереүҙе тиҙерәк арттырыу йүнәлешендә эшләргә кәрәк.
 
Етештереүсе менән аралашсы мәсьәләһен көйләмәй, хаҡтарҙы ҡулда тотоп булмаясаҡ. Баҙар иҡтисады бик ҡатмарлы, уны аңлаған бик аҡыллы кешеләр генә ошо төйөндө сисә алыр. Хаҡтар артыуҙан бөгөн һатыусылар һәм эшкәртеүселәр ота, ҡулланыусылар отола. Ә киләсәктә барыбыҙ ҙа отоласаҡбыҙ. Сөнки шул хәтле ҙур хаҡтарға тауарҙы һатып алыусы алдағы көндәрҙә ҡалмаясаҡ.
 
Шәкәр сөгөлдөрө үҙебеҙҙә үҫә, үҙебеҙҙең заводтарҙа эшкәртелә, энергия сығанаҡтарына хаҡтар әллә ни күтәрелмәне. Ә шәкәр ниңәлер ике тапҡырға тиерлек ҡиммәтләнде. Он менән дә шул уҡ хәл. Бына быға властар юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Ә эш хаҡын һәм пенсияларҙы арттырыу юлы менән хаҡтар күтәрелеүгә ҡаршы тороп булмай. Сөнки пенсия бер процентҡа индексацияланһа, хаҡтар ике процентҡа "һикерә". Һәм, киреһенсә, баҙарҙа тауар артһа, хаҡ төшә. Шул закон ғына көслө. Шуға тырышып эшләһәк, ҡулдан килгәнсә, һәр кем тауарҙы үҙе етештерһә, уны үҙе ҡулланһа һәм һатыуға сығарһа, хаҡтар ҙа “ҡотороуҙан” туҡтар.
Йыл яҡшы килһә, үҙебеҙҙә етештергән продукцияға хаҡ күтәрелергә тейеш түгел".

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий