"Башҡорт дастандары" төрки донъяһында

"Башҡорт дастандары" төрки донъяһында https://bash.news/yuldash/4050_bashkort-dastandary-terki-donyahynda
03 фев, 19:40

Бөгөн халыҡ ижады тураһында һөйләшмәксебеҙ. Ошо көндәрҙә генә Төркиәлә  IV томда "Башҡорт дастандары" тигән йыйынтыҡ баҫылып сыҡты. Ул  төрөк телендә донъя күрҙе.
 
Программала филология фәндәре докторы, профессор, академик Әхмәт Сөләймәнов һәм филология фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт кафедраһы мөдире Ғәйнислам Ибраһимов ҡатнаша. Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
Ғәйнислам Ибраһимов: "Төрки халыҡтар эпостары" тип аталған 100 томлыҡ проект 1997-се йылда барлыҡҡа килә. Проектты финанслау Төркиә Хөкүмәтенә йөкмәтелә. Үткән быуаттың башында төрөк теле ғәрәп, фарсы һәм Европа телдәренән ингән һүҙҙәр менән сыбарланып, 50 процентҡа тиклем һүҙ сит телдән ингән була. Төркиәнең беренсе Президенты ғалимдар алдында XIII быуаттан алып, әлеге көнгә тиклем рухи мираҫтарҙан саф төрки һүҙҙәрен эҙләп табып, халыҡтың телендә булған һүҙҙәрҙе ентекләп һайлап алып, төрөк теленә ҡайтарыу бурысын маҡсат итеп ҡуя. "Башҡорт дастандары" тигән йыйынтыҡты 1932 йылда төҙөлгән ойошма баҫтырып сығарҙы.
Унда сыҡҡан китаптарҙың әһәмиәте – иң кәрәкле китап баҫылып сығып, кәштәләрҙә күренмәй башлаһа, ул ҡайтанан баҫыла.  Беҙҙең дастандар ҙа бер биш йылдан йәнә баҫылып сығыр тип уйлайбыҙ".
 
Әхмәт Сөләймәнов: "Төрөктәр телдең таҙалығы өсөн көрәшә. Тел нескәлеген өйрәнеп Саха-Яҡут республикаһына тиклем барып етәләр. Ҡәрҙәш телдәрҙән дә үҙҙәрендә булмаған һүҙҙәрҙе төрөк теленә индерәләр. Төрөктәр ойошма аша төрки телле халыҡтарҙың фольклорын пропагандалауға ҙур әһәмиәт бирә. Был китаптар сыҡҡанға тиклем, төрки донъяһы халыҡтарының 35 томлыҡ уртаҡ әҙәбиәте донъя күрә. Беҙ эпостарыбыҙҙың иҫәбен әле лә алып бөтә алмайбыҙ. Фольклорыбыҙҙың бай икәнен Анкарала ла танығандары күренеп тора. Халыҡ-ара кимәлдә ЮНЕСКО  ауыҙ-тел ижадын һаҡлау буйынса бер нисә конвенция ҡабул иткән. Дастан ҡомартҡы исемлегенә инә икән, мотлаҡ ошо халыҡтыҡы тигән паспорты буласаҡ". 

Минземимущество