Белем сифаты - төп талап

Белем сифаты - төп талап https://bash.news/yuldash/4075_belem-sifaty-tep-talap
09 фев, 12:17

Республикалағы 24 белем усағы Рәсәйҙәге иң яҡшы йөҙ мәктәп исемлегенә инде.

Белем сифаты - төп талап
Белем сифаты - төп талап


12 ҡала мәктәбе илдең иң яҡшы 500, ә 9 ауыл мәктәбе – иң яҡшы 300 белем биреү учреждениеһы иҫәбендә.
Башҡортостандың  мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларын модернизациялауға 2015-се йылда 300 миллион һум аҡса бүленә. 
Ошо темалар “Асыҡ студия” программаһында.
 
Республика мәғариф министры Әлфис Ғаязов менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Әлфис Ғаязов: "Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәрен һайлап алғанда,  тәү сиратта,  уҡытыу системаһының сифатына иғтибар бирелә. 9 ауыл мәктәбе республиканың төрлө райондарында урынлашҡан. Тимәк, модернизация заманында барлыҡ мәктәптәргә лә тейешле иғтибар бүлә алғанбыҙ. Уҙған йылды алғанда матди-техник яҡтан нығытылған мәктәптәр сифатлы эш күрһәтә алды. Ауылдарҙа уҡытыу бер сменала, район үҙәктәрендә, ҡала ерҙәрендә күпселек ике сменала алып барыла. 
Күптән түгел "Топ-100" мәктәпкәсә белем биреү учереждениелары системаһы менән бәйле конкурс булып үтте. Унда беҙҙең 24 мәктәпкәсә белем биреү учереждениеһы инде. “Юл картаһы” төҙөлгән һәм шуның буйынса эшләйбеҙ.
2016 йылдың 1 ғинуарына балалар баҡсаһына урынлаштырыу проблемаһы бөтөнләй юҡҡа сығырға тейеш. Хәл итеү юлдары – яңыларын төҙөү, булғандарын кире ҡайтарып алыу. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүленгән". 

Банер уфимская волна