Тормошо менән дә, хеҙмәте менән дә башҡаларға өлгө булып торған замандашыбыҙ Сәбилә Сөләймәнова

Тормошо менән дә, хеҙмәте менән дә башҡаларға өлгө булып торған замандашыбыҙ Сәбилә Сөләймәнова https://bash.news/yuldash/4088_tormosho-menen-de-hezmete-menen-de-bashkalarha-elge-bulyp-torhan-zamandashybyz-sebile-selejmenova
11 фев, 09:12

 

         Өй артында йыйылып, ҡыҙыҡайҙар мәктәп уйынын ҡора. Ҡәләмдәр  урынына нәҙек кенә селек таяҡсалары, һарғайып бөткән  ҡағыҙҙарҙан тегелгән  "дәфтәрҙәре" лә бар. Парталар урынына эргәлә аунап ятҡан бүрәнәләр өҫтөнә ҡошсоҡтарҙай теҙелешеп ултырған сибек балалар ошо шөғөлдәренә ихлас күңелдән бирелеп  китә. "Уҡытыусы" ролендә күберәге - теремек, үткер, сос Сәбилә.  Мәктәптең  тәүге  баҫҡысында  һабаҡ  алыуы  ла,  апаһының  етди  ҡиәфәттә өйгә эш  әҙерләүе  лә - уның өсөн ҡиммәтле тәжрибә. Ә ауыл тормошон йәнләндереүсе педагогия  училищеһы  студенттары  урынында  йыш  ҡына  үҙен  күҙ  алдына  баҫтыра...

        Һуғыш  осоро, унан  һуңғы  йылдар   улар  быуынын ил  башына  төшкән һынауҙар  аша  үткәрә,  "алтын  бала саҡтарын"  урлай. Даръя-һыуҙай  ашҡынып-елеп  аҡҡан  ғүмерендә бар  көсөн, хеҙмәтен  мәғариф  өлкәһенә  һалған, иңен  ил-дәүләт хәстәре  баҫҡан  тормошон  барлағанда, барыбер  хәтерендә ана  шул  бала  саҡ  уйындары һүрәтләнеп, үтә лә ҡәҙерле иҫтәлек  булып Сәбилә  Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнованың күңелен  сағыу  нурҙай  балҡыта.  

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий