Магнит

Магнит https://bash.news/yuldash/4094_magnit
11 фев, 10:08

 Магнитҡа ҡайһы бер металдар яҡшы йәбешә, ә ҡайһы берҙәре саҡ ҡына йәбешә һәм тағы ла бөтөнләй йәбешмәгәндәре була.

Магнит
Магнит

  Боронғо легенда буйынса, Магнус исемле бер көтөүсе ҡулындағы тимер таяғының һәм тимер ҡаҙауҙар менән ҡағылған итегенең бер ҡара ташҡа  тартылғанын күреп ҡала. Был ташты аҙаҡ Магнус ташы тип йөрөтә башлайҙар, аҙаҡ инде бөтөнләй магнит тип кенә йөрөтә башлайҙар. Фән буйынса, был атама Бәләкәй Азияла урынлашҡан тимер рудаһына бай Магнезия ҡалҡыулыҡтары исеменән килеп сыҡҡан.

  Шулай итеп, кешеләргә борон замандарҙан уҡ ҡайһы бер таштарҙың тартыу көсө билдәле булған. Магниттың ике полюсы була. Ғалимдар уларҙы көньяҡ һәм төньяҡ полюстар тип йөрөтәләр. Шуның өсөн дә магнитты компас яһағанда ҡулланалар 

  Магнитҡа тимер яҡшы йәбешә. Сөнки магниттың үҙен дә тимер рудаһынан яһайҙар.  Платина, алюмин әйберҙәр насарыраҡ йәбешһә,баҡыр менән ҡурғаш магниҡа бөтөнләй йәбешмәй. Тимәк, металдарҙың магнитҡа тартылыу һәләте  уларҙың составынан тора.

 Беҙ бөгөн “Тимерсе менән сауҙәгәр” тигән һинд халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ. 

                       

Банер уфимская волна
:, 30 май