Сәләмәт булығыҙ!

Сәләмәт булығыҙ! https://bash.news/yuldash/4114_selemet-bulyhyz
16 фев, 12:13

Беҙҙең дәүергә тиклем алтынсы быуатта Боронғо Ҡытайҙа массаж алымдарына өйрәтеүсе махсус мәктәптәр булған. Пирамидаларҙағы иероглифтарҙан, һаҡланып ҡалған папирустарҙан күренеүенсә, фарсы, мысыр, сүриә халыҡтары ла ауырыуҙарҙы дауалағанда һылау алымы ҡулланған.

Сәләмәт булығыҙ!
Сәләмәт булығыҙ!


Гиппократ хеҙмәттәрендә лә массаж телгә алына. Был ысул бөгөнгө медицинала ла киң ҡулланыла.
 
“Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәге етәксеһе Зилә Аксенова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Зилә Аксенова: "Массаждың кеше организмына йоғонтоһо ҙур. Беренселәрҙән булып массаж алымдарын системалаштырыусылар - Һиндостан һәм Боронғо Ҡытай халҡы. Массаж төрҙәре бер нисә һәм уларҙың һәр береһенең үҙенсәлеге бар. Беҙҙең Рәсәйҙә боронғо славяндарҙан килгән массаж алымдары тәнде сыныҡтырыу өсөн киң ҡулланылған. Иммунитет яҡшыра, көс-ҡеүәт өҫтәлә. Славяндар бигерәк тә мунсала миндек менән массаж эшләү оҫталары булған. Элек массаж алымдары ауылдарға үтеп инмәһә лә, һәр ауылдың кендек инәһе булған. Улар һылау алымдары менән эсте күтәргән, эске ағзаларҙы үҙ урынына ултыртҡан. Ошо апайҙар эшләгән массаж хәҙер “висцераль” тип атала.
19 быуатта швед Пер Хенрик Линг массажды гимнастика менән бергә алып барыу ысулдарын асҡан. “Швед массажы” бөгөнгө көнгә тиклем килеп еткән.  Ә Көнсығыш массажының үҙенсәлеге булып нөктәләргә баҫып тора. Гигиена массажы – төрлө сирҙәрҙе профилактикалау өсөн ҡулланыла.
Сәләмәт булырға теләүселәр беҙҙең үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. 28 февралгә тиклем медицина үҙәгендә өлкәндәргә - 40, балаларға - 20 процентҡа ташлама ҡаралған, рәхим итегеҙ.
Хөрмәтле тыңлаусылар, һәммәгеҙгә күңел күтәренкелеге, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, телефондар: 251-17-27, 8-919-603-37-57".

Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа