Ҡан тапшырыу - мәрхәмәтлек

Ҡан тапшырыу - мәрхәмәтлек https://bash.news/yuldash/4121_kan-tapshyryu-merhemetlek
17 фев, 10:18

1998 йылдың 13 ноябрендә Токиола Бөтә Донъя Изгелек хәрәкәтенең тәүге ултырышы үтә. Сарала Япония, Австралия, Бөйөк Британия, Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Сингапур һәм Таиланд вәкилдәре ҡатнаша. Улар 17 февралде бөтә ер шарында ҡапыл яҡшылыҡ ҡылыу көнө итеп билдәләргә ҡарар итә. Был көндө кешеләр киң күңелле булырға, бүтәндәрҙең ҡайғыһына битараф ҡалмаҫҡа тейеш. Һәр кем йәшәгән урынына һәм милләтенә ҡарамаҫтан, яҡшылыҡ ҡыла ала. Ҡан тапшырыу ҙа - мәрхәмәтлек күрһәткесе.

Ҡан тапшырыу - мәрхәмәтлек
Ҡан тапшырыу - мәрхәмәтлек


 
Программала республика ҡан тапшырыу станцияһының баш табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Урал  Солтанбаев ҡатнаша. Уның менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Урал  Солтанбаев: "Беҙҙең донорҙар изге күңелле кешеләр. Үҙҙәренең шундай мөнәсәбәте менән кемдеңдер ғүмерен һаҡлап алып ҡала улар. Республикала донорҙар хәрәкәте үҫешкән. 2014 йылда 48 тонна ҡан әҙерләнде. Ҡан республика дауаханаларына ғына ебәрелә. 
Нефтекама, Бөрө һәм Белорет ҡалаларында республика ҡан тапшырыу станцияһының филиалдары бар. 
“Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен алыу өсөн ҡырҡ тапҡыр ҡан һәм 60 тапҡыр плазма тапшырырға кәрәк. Элек йәш буйынса сикләүҙәр бар ине, хәҙер ул юҡ. Кеше һау-сәләмәт икән 65, 70, 80, 90 йәштә лә ҡан тапшыра ала. Сөнки кеше олоғайһа ла, ҡандың составы һәм сифаты һис кенә лә үҙгәрмәй. 
Беҙҙең күсмә бригада республиканың төрлө төбәктәренә сығып, ҡан алыу ойоштора. Был аҙнала Салауат районында эшләйәсәкбеҙ. Йылына йөҙ меңгә яҡын донор ҡабул итәбеҙ. Бер ҡан тапшырған кеше ҡат-ҡат килә. Донорҙарыбыҙға рәхмәт. Донор һүҙе латин теленән күскән һәм тәржемә иткәндә бүләк итеү тигән мәғнәне аңлата. Ысынлап та ҡан доноры икенсе берәүгәғүмер бүләк итә. Донор булыу яуаплы, әммә изге эш. Беҙ донорҙарҙы тәрбиәләү эшенә лә етди иғтибар бүләбеҙ. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында сығыш яһайбыҙ. 
Һуңғы ваҡытта республикала корпоратив донорлыҡ күренеш тарала башланы. Эре компания һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре бер көндө ҡан тапшыра һәм бының менән башҡаларға ла өлгө күрһәтә. 
Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә шылтыратығыҙ. Телефоныбыҙ: 8-(347)-2555-366. Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Батыр урамы, 41/1, Транспорт туҡталышы: "Профессиональ ауырыуҙар институты" йәки "4-се бала табыу йорто". Дүшәмбенән йомаға тиклем иртәнге һигеҙҙән 16 сәғәткә тиклем, ә шәмбе иртәнге һигеҙҙән 13 сәғәткә ҡәҙәр эшләйбеҙ. Электрон почта адресы: rspk@ufanet.ru
Донор булыу - һәр сәләмәт кешенең бурысы. Был турала онотмайыҡ". 

Здоровье и долголетия
Минземимущество