Айнур Асҡаровтың "Әсә" йәғни "Ауыҙыңдан ел алһын" фильмы мистикаға бай "Саҡ-Суҡ" бәйетеме, әллә ысынбарлыҡмы?

Айнур Асҡаровтың "Әсә" йәғни "Ауыҙыңдан ел алһын" фильмы мистикаға бай "Саҡ-Суҡ" бәйетеме, әллә ысынбарлыҡмы? https://bash.news/yuldash/4127_ajnur-askarovtyn-ese-jehni-auyzyndan-el-alhyn-filmy-mistikaha-baj-sak-suk-bejeteme-elle-ysynbarlykmy
18 фев, 11:08

26  февралдә Башҡортостан кинотеатрҙарында Айнур Асҡаровтың "Әсә" ("Ауыҙыңдан ел алһын") фильмы  прокатҡа сығасаҡ. Был халҡыбыҙҙың "Саҡ һәм Суҡ" бәйете буйынса эшләнгән фильм бит! Бында  мистикаға  урын бармы?  Мифологияға  таянғанмы автор, әллә  ысынбарлыҡҡамы?
 
         Кинорежиссер Айнур Асҡаров менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора
 
Айнур Асҡаров: "Бында  ҡарғыш  һүҙҙәре   булһа  ла,  тулыһынса "Саҡ-Суҡ"  бәйетен экранлаштырманыҡ. Идеябыҙҙы күрһәтер өсөн бүтән юлдар, хәҙерге заман ысынбарлығын таптыҡ. Әсә үҙенең тормоштағы уңышһыҙлығында балаларын ғәйепләй,хатта уларҙы ҡарғай. Фильм  тормошта  йыш  осраған  күренештәрҙе  дөйөмләштереүгә  нигеҙләнә. Етем  йә  ташланған  балалар  түгел,  ә  йәш  әсәләрҙең   көтөп, теләп  алынмаған, яратылмаған балалары проблемаһы ята. Ундай сабыйҙарҙың хатта  беҙҙең  янда  ла  йөрөүҙәре осраҡлы түгелдер. Балаға  ҡарата  бер  ниндәй  ҙә  йәберләү, әрләү, ҡыйырһытыу  булырға  тейеш  түгел,  ҡарғыш  тураһында  әйтеп  тороу  ҙа артыҡ.
Был  фильмды  оҙаҡ  эшләнек, сөнки  тема  бик  тәрән фекерле. Грант  аҡсаһын  дөрөҫ  ҡулланыу  кәрәк  ине. Уға  өҫтәп,  бағыусыларҙан һәм халыҡтан миллион һум аҡса йәлеп  иттек.
Саф  башҡорт  телендә  киң  прокатҡа  сыҡҡан  тәүге  фильм был. "Әсә" фильмы  менән  бер  рәттән  минең  "Еңмеш"  һәм  "Бал әсеһе"  фильмдары  ла  күрһәтеләсәк. Ни өсөн  башҡорт тамашасыһы  Голливуд  картиналарына  йөрөй, ә  үҙебеҙҙең  милли фильмдарҙы  белмәй? Шуға прокат  мәсьәләһе  бик  етди  бөгөн.  Башҡорт фильмдарын прокатҡа  сығарыу  кәрәк.  "Әсә" фильмы кинотетарҙарҙа, мәҙәниәт һарайҙарында әүҙем үтһә, тамашасы беләсәк лайыҡлы эштәребеҙ барлығын. Ә тамашасы  ҡыҙыҡһыныуы  бар   икән, артабанғы   ижади  проекттарға  спонсорҙар  табыуы  ла  еңелләшәсәк.  Башҡорт фильмдары  беҙҙең  башҡорт тамашасыһы өсөн  барыбер  ҡыҙығыраҡ, минеңсә.  "Әсә"- мистик драма, унда  уйланырға  урын  бар.
Элек  беҙҙә  кинола  төшөрөрлөк  башҡорт  актерҙары  юҡ тип уйлай  инем, ә  был  фильмды  эшләгәндә, киреһенә  ышандым.  Юлиә  Ғәләүетдинова, Азат Йыһаншин,  игеҙәк  малайҙар - Таҡаловтар ролдәрҙе уңышлы башҡарҙы. Йәш булыуыма  ҡарамаҫтан (миңә 27 йәш), уларҙы  тыңлата  алыуыма,  аңлашып, килешеп ижад итеүебеҙгә шатмын. Ике  йыл   Өфөлә  эшләнем, бындағы  масштабтар  хәҙер миңә тар, Санкт-Петербургты  яуларға  теләйем. Унда ла яңы  фильмдар  эшләргә  ваҡыт".

Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа