"Ашҡаҙар" радиоһына - 5 йыл

"Ашҡаҙар" радиоһына - 5 йыл https://bash.news/yuldash/4136_ashkazar-radiohyna-5-jyl
20 фев, 10:50

Үҙенең телен, илен, халҡы моңон яратмаған, уның рухи ҡимәттәрен һанламаған-аңламаған кеше Ашҡаҙарҙа эшләй алмай. Һәм тыңлай ҙа алмай. Уны тыңлаусының да зауығы юғары, рухы тәрән һәм көслө. “Ашҡаҙар-моңло радио” ошо көндәрҙә 5 йәшлек юбилейын билдәләне.
 
Программала “Ашҡаҙар” радиоһы етәксеһе Миләүшә Ғәлиева, канал хеҙмәткәрҙәре Фәнүзә Баһаутдинова, Зөмәйрә Сафина һәм Урал Ниғмәтуллин ҡатнаша. Улар менән Гүзәл Ситдыҡова әңгәмәләшә.
 
Миләүшә Ғәлиева: ”Беҙҙең радионы көндөҙ – ретро, төндәрен – релакс тип әйтергә була. Әммә моңло, мәғәнәле һәр яңы йырҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, “Премьера” рубрикаһы аша тыңлаусыға еткерергә тырышабыҙ. Биш йыл эшләү тәжрибәһенә таянып шуны әйтә алам: юғарылыҡты юғары күңелдәр алыҫтан тоя, күрә, ылыға. Йәшме, ҡартмы – быныһы мөһим түгел. Йәштәргә йәштәр тураһында һөйләйбеҙ, ҙур ихтирамыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Зыялы, юғары зауыҡлы булырға теләмәгән, моңло йырҙар яратмаған кеше һирәктер. Шуға ла һәр кем радиоалғысын FM 66,68 Мгц йышлыҡтарына  көйләргә, йәки интернетта “Ашҡаҙар” радиоһын табып тыңларға өндәйем”.
 
Фәнүзә Баһаутдинова: ”Үҙебеҙҙең замандаштарыбыҙ менән дә программалар әҙерләйбеҙ. Уларҙың тормошо, ижады яҡтыртыла һәм радио фонды тулыландырыла. Иҫтәлекле даталарға ҡарап эшләйбеҙ. Төп йүнәлешебеҙҙең береһе – шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү. Һәр аҙна тура эфирҙа республика матбуғат баҫмалары эшмәкәрлеген яҡтыртып барабыҙ. Һәм иң ҙур үҙенсәлегебеҙ  – айлыҡ “СӘМ”радиожурналы. Унда сәнғәт,әҙәбиәт, мәҙәниәт яңылыҡтары яҡтыртыла”.
 
Зөмәйрә Сафина: "Беҙҙең донъя” программаһына туҡталғанда, унда беҙ  республикабыҙҙың ҡаҙанышын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген  барыһын да даими яҡтыртып барабыҙ. Фондта һаҡланған яҙмаларҙы төп нөсхәһендә тыңлаусыға еткерәбеҙ һәм уның әһәмиәте лә шунда. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе йәштәргә баһаларға өйрәтеү беҙҙең маҡсатыбыҙ”.
 
Урал Ниғмәтуллин: "Каналдағы йырҙарҙың төп өлөшөн – өлкән быуын йырсыларының йырҙары тәшкил итә. Мәҫәлән, Хәбир Ғәлимов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Йыһания Рәхмәтуллина, Рәйсә Ғәлимова, Мәжит Алкин  һәм башҡалар.  Уларҙың үлемһеҙ ижадын тыңлаусыға еткереү – төп бурысыбыҙ . “Клуб уттары” тапшырыуында мәҙәниәт өлкәһендәге барлыҡ проблемалар яҡтыртыла. Уның эсенә мәҙәниәт усаҡтары ғына түгел  китапхана, музей, музыка мәктәптәре лә инә”.

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий