Ҡартлыҡ - ауырыу билдәһе түгел. Өлкән йәштә лә сәләмәт булырға мөмкин

Ҡартлыҡ - ауырыу билдәһе түгел. Өлкән йәштә лә сәләмәт булырға мөмкин https://bash.news/yuldash/4180_kartlyk-auyryu-bildehe-tugel-elken-jeshte-le-selemet-bulyrha-memkin
02 мар, 11:40

Өлкән йәштә һаулыҡты нисек һаҡларға һәм нығытырға? Бөгөн ошо темаға фекер алышабыҙ.
 
"Сәләмәт ғаилә" медицина үҙәге етәксеһе Зилә Аксёнова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
Зилә Аксёнова: "Кеше был донъяға оҙаҡ һәм бәхетле йәшәр өсөн тыуа. Һуңғы йылдарҙа йәшәү рәүеше яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Шуға ярашлы кеше ғүмере лә оҙонайҙы. Демографик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың ғүмер оҙонлоғон сағыштырғанда, ҡатын-ҡыҙҙар егерме йылға күберәк йәшәй.
Ниндәй йәштә булһаҡ та беҙ һәр саҡ матур, һау күренергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, спорт күнекмәләре яһау һәр йәштә лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. 40, 50, 60 йәштән һуң да төрлө күнекмәләр эшләй башлау организмға ыңғай тәьҫир итә. Оло йәштәгеләргә ҡатмарлы физик күнекмәләр эшләгәндә һағыраҡ булырға тәҡдим итер инем.  
Беҙҙең үҙәктең эшмәкәрлеге кешеләрҙең һау-сәләмәт булыуына йүнәлтелгән. Балаларҙан башлап, иң оло йәштәге пациентҡа тиклем ярҙам итергә әҙербеҙ.
Эш сәғәтебеҙ иртәнге 9-ҙан 21 сәғәткә тиклем, йәкшәмбе - ял көнө.
“Сәләмәт ғаилә” медицина үҙәгенә рәхим итегеҙ!
Адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары 47/1. 
Телефондар: 251-17-27, 8-919-603-37-57".

Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа