Ата-әсә үҙ бурысын теүәл үтәһен ине

Ата-әсә үҙ бурысын теүәл үтәһен ине https://bash.news/yuldash/4195_ata-ese-uz-burysyn-teuel-utehen-ine
04 мар, 10:04

Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары, социаль гарантиялар темаһы йыл әйләнәһенә актуаль, ә 8 март алдынан айырыуса урынлы. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙы нимә борсой? Күп пробламалар. Мәҫәлән, алименттар. Уның менән бәйле яңы закондар ғәмәлгә аштымы? Йәки алимент түләмәүселәргә ҡарата закондарҙы ҡәтғиләштереү хаҡында һүҙ алып барыламы?  

Ата-әсә үҙ бурысын теүәл үтәһен ине
Ата-әсә үҙ бурысын теүәл үтәһен ине


2015 йылда ул нисек буласаҡ?
 
Программала  Башҡортостан республикаһы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова ҡатнаша. Уның менән Гүзәл Ситдикова әңгәмәләшә.
 
Йомабикә  Ильясова: "Үткән йыл йомғаҡтары буйынса ата-әсәләр балаларына 2 млрд-тан ашыу аҡса тейеш. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец белдереүенсә, алимент фонды булдырыу кәрәклеге күҙ уңында тотола. Көрсөк хәлендә ул  тиҙ генә үҙ көсөнә инмәҫ әле. Алимент түләтеүҙең төрлө саралары ҡулланыла. Иң таралғаны сит илдәргә сығармау, водитель танытмаһын тартып алыу һәм башҡалар. Йыш ҡына түләмәүселәр араһында әхлаҡи яҡтан түбән йәшәү рәүеше алып барған атайҙар була. Уларҙы эшләргә мәжбүр итеп, алимент фондын тулыландырырға булыр ине. Беҙҙең күпселек етемдәр - социаль етемдәр. Ата-әсәләре булып та социаль приюттарҙа, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр. Халыҡты хеҙмәтләндереү буйынса Рәсәй законы ғинуар айында үҙ көсөнә инде. Ошо закон нигеҙендә ғаиләлә йәберләүҙе кәметеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм ауыр хәлдәге ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе ята. Ата-әсәнең социаль яуаплылығы бөгөн көн үҙәгенә баҫа". 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий