Бейеүҙәрҙә халыҡ тарихы

Бейеүҙәрҙә халыҡ тарихы https://bash.news/yuldash/4244_bejeuzerze-halyk-tarihy
16 мар, 11:46

Иртәгә «Башкортостан» дәүләт концерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан студияға данлыҡлы коллективтың художество етәксеһе, республиканың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитовты саҡырҙыҡ. 

Бейеүҙәрҙә халыҡ тарихы
Бейеүҙәрҙә халыҡ тарихы


 
 
Риф Ғәбитов:
 
- Юбилей уңайынан бейеү сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән шәхестәргә маҡтаулы ҡағыҙҙар тапшырыласаҡ. Бөгөн ансамбль репертуарында 200-гә яҡын бейеү иҫәпләнә. “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Байыҡ”, “Ете ҡыҙ”, “Төньяҡ амурҙары”, “Кейәү”, “Өс туған” исемле хореографик постановкалар, һис шикһеҙ, ансамблдең йөҙөк ҡашы. 
75 йыл эсендә беҙҙең ансамбль даими тулыланып тора, уның составы үҙгәреп килә. Бейеүселәребеҙ 37-38 йәштә хаҡлы ялға сыға. Бейеү оло көсөргәнешлек, физик ныҡышмалылыҡ талап иткән сәнғәт төрө генә түгел, хатта спорт төрө тиер инем.
Ғәскәровсыларҙың репертурына халҡыбыҙҙың батырлығын, саялығын кәүҙәләндергән “Тархандар” бейеүе өҫтәлде, уның тулы исеме - "Башҡорт княздәре бейеүе". Ҡулыма ғалим-тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡорт тархандары” китабы килеп эләкте. Документаль мәғлүмәттәргә таянып яҙылған яҙманы уҡығандан һуң, ошо бейеүҙе һалырға булдым.
“Башҡорт йөрәге” төбәк-ара халыҡ бейеүе фестиваленә килгәндә, ул Мәҙәниәт министрлығы үткәргән саралар исемлегенә индерелеп, ике-өс йылға бер тапҡыр уҙғарылыуы күҙаллана.
Апрель айында коллектив алыҫ Себер тарафтарына гастролгә йыйына. Сит илдәргә лә сәфәребеҙ туҡталмай. Күптән түгел Бразилиянан килгән бейеү ансамбле продюсеры менән ШОС һәм БРИКС илдәре самиттары алдынан ошо дәүләттәр араһын бәйләүсе бейеү сәнғәте хаҡында эшлекле һөйләшеү булды.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 75 йыллыҡ юбилейы уңайынан әҙерләнгән концерт программаһында тамашасыларыбыҙ төрлө халыҡ бейеүҙәре, үҙебеҙҙең мәшһүр сәнғәт өлгөләре менән йәнә бер танышасаҡ. Беҙ һәр ваҡыт үҙебеҙҙең яратҡан тамашасыларыбыҙға рәхмәтле. 
 

Здоровье и долголетия
Минземимущество