Ҡырымдың Рәсәй составына инеүенә 1 йыл

Ҡырымдың Рәсәй составына инеүенә 1 йыл https://bash.news/yuldash/4258_kyrymdyn-resej-sostavyna-ineuene-1-jyl
19 мар, 10:52

2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда референдум үтте. Урындағы халыҡтың 96,7 проценты Рәсәй составына инеү теләген белдерҙе һәм тарихи ғәҙеллек тормошҡа ашып, ярымутрау беҙҙең илгә ҡушылды. Демократик йәмғиәт ҡануны менән файҙаланып, Ҡырым граждандары үҙ билдәләнеш йәһәтенән шәхси хоҡуҡи мәнфәғәттәрен яҡлай алды.
Студияға “Ҡырым яҙы” тураһында фекер алышыу өсөн билдәле фән докторы, академик Фәнил Фәйзуллинды һәм йәш тарихсы Азат Дауытовты саҡырҙыҡ.
 
Фәнил Фәйзуллин:
 
- Ҡырым халҡы  Рәсәйгә ҡушылырға тырышыуы, Рәсәйгә ыңғай тойғолар белдереү менән айырылып торҙо. Бөгөнгө көндә Ҡырым кешеләре Рәсәйгә ҡайтанан әйләнеп ҡайтыу шатлығы менән йәшәй. Ҡырымдың яңынан Рәсәйгә ҡайтарылыуы документтар нигеҙендә хәл ителде. 
 
Азат Дауытов:
 
- Тарихҡа ҡараһаҡ, Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу XVIII быуаттың икенсе яртыһында була. Ғосманлы империяһы (Османская империя) Ҡырымдан баш тарта һәм 1783 йылда Екатерина II манифест сығара. Был манифест буйынса Ҡырым Рәсәй империяһы составына инә.
Совет осоронда Ҡырым АССР-ы төҙөлә һәм 1954 йылға тиклем айырым була. Хрущев указы менән 1954 йылдың 19 февралендә  Украина АССР-на ҡушыла. Союз тарҡалғас, Ҡырым тулыһынса автономия яулай алмай Украина составында ҡала.
 

Здоровье и долголетия
Минземимущество