Нимә ул Халыҡ фронты хәрәкәте?

Нимә ул Халыҡ фронты хәрәкәте? https://bash.news/yuldash/4265_nime-ul-halyk-fronty-herekete
20 мар, 11:01

Кисә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе хәрәкәтенең йыллыҡ йыйылышы үтте. Унда ниндәй һорауҙар ҡаралды, ниндәй йомғаҡтар яһалды?
Студия ҡунағы - Халыҡ фронты йәмғиәте вәкиле, Рәсәй президентының ышаныслы вәкиле, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова.
 
Рәшиҙә Солтанова:
 
- Конференцияла Халыҡ фронты эксперттары, шулай уҡ беҙҙең ярҙамсылар ҡатнашты. Нимә ул Халыҡ фронты?  Ил Президенты Владимир Путин 2012 йылдың 7 майында байтаҡ ҡына указдар ҡабул итте. Уларҙың үтәлешен күҙәтеү йәһәтенән Халыҡ фронты булдырылды. Халыҡ фронты – ул халыҡ контроле.
Мин етәкләгән эш төрөкмө һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтә, етешһеҙлектәрҙе асыҡлай, халыҡҡа ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. 1995 йылда Мәскәүҙә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары форумында демографик мәсьәләне күтәреп сығыш яһағас, нисектер  уны шаярыуға бороп ҡабул иттеләр. Үлем мәсьәләһендә беҙҙең “гендер анализы” юҡ.  Ирҙәрҙең үлеме күберәк, ҡатын-ҡыҙ уларҙан айырмалы 10-12 йылға күберәк йәшәй. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың спиртлы эсемлеккә ынтылыуы киләсәккә хәүеф менән янай. Халыҡ фронтының киләсәге ҙур һәм ул артабан да халыҡ менән Хөкүмәт араһын яҡынайтыуға булышлыҡ итәсәк.
 
 

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд