Туберкулез хәүеф менән янған ауырыуҙар рәтендә ҡала

Туберкулез хәүеф менән янған ауырыуҙар рәтендә ҡала https://bash.news/yuldash/4274_tuberkulez-heuef-menen-yanhan-auyryuzar-retende-kala
24 мар, 10:13

1993 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын милли фажиғә, ә 24 мартты туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итте.

Туберкулез хәүеф менән янған ауырыуҙар рәтендә ҡала
Туберкулез хәүеф менән янған ауырыуҙар рәтендә ҡала


 
Йыл һайын планетабыҙҙа 8 миллион самаһы кеше ошо сир менән зарарлана. Уларҙың 3 миллионы вафат була. Кемдәрҙең инфекция йоҡтороуы ихтимал? Ниндәй саралар ауырыуҙы кәметергә булышлыҡ итер?
 
Программаның эксперты - республиканың туберкулездан дауалау диспансеры баш табибы урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш фтизиатры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Миңленур Азаматова.
 
Миңленур Азаматова:
 
- Республикала һуңғы йылдарҙа туберкулез ауырыуы менән сирләүселәр һаны күпкә кәмене. 2014 йылда уларҙың һаны 1772 булды. Рәсәй буйынса 100 мең кешегә ун кеше вафат булһа, беҙҙә был күрһәткес ете тирәһе.
Әгәр балаларҙа ауырыуыҙың ҡайһы бер билдәләре күҙәтелһә, уларҙы даими тикшереп торабыҙ. 2014 йылда республика буйынса 29 бала иҫәпкә алынды.
Туберкулез сирлеләр күберәк ҡалала күҙәтелә. Бында үҙ-ара бәйләнеш көслөрәк. Инфекция менән зарарланыусыларҙың күп өлөшө - ирҙәр, сөнки улар тәмәке тарта, араҡы эсә.
Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа туберкулездың дауалауға бирешмәй торған төрҙәре барлыҡҡа килде. Быны асыҡлау өсөн беҙҙең лаборатория бар. Яңы технология организмда туберкулез таяҡсалары бармы, юҡмы икәнлеген 3 көн эсендә асыҡларға мөмкинлек бирә.
Ата-әсәләр БЦЖ прививкаһынан, Манту пробаһын ҡуйҙырыуҙан баш тартмаҙын ине.
Туберкулеҙға ҡаршы көрәш көнө уңайынан күсмә ҡоролмалар халыҡ күпләп йыйылған Үҙәк һәм Колхоз баҙарҙарында урынлаштырыла. Тикшерелеү бушлай буласаҡ. Туберкулезды бөтөнләй юҡҡа сығарып булмайҙыр. Хатта Мысыр мумияларында ла туберкулез таяҡсаларын тапҡандар.
100 мең кешегә 6-7 кеше ауырыған осраҡта ғына, туберкулез сирен еңдек тип әйтергә була.

Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа