Иҡтисади көрсөк театр сәнғәтендә сағылыш табамы?

Иҡтисади көрсөк театр сәнғәтендә сағылыш табамы? https://bash.news/yuldash/4292_iktisadi-kersek-teatr-senhetende-sahylysh-tabamy
30 мар, 13:16

Халыҡ-ара театр көнө айҡанлы беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Уның менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
   
Хөрмәтулла Үтәшев:
 
- Ролдең  ҙуры, бәләкәйе  юҡ, артист, әлбиттә, иңенә төшкән йөктөң  һәлмәгерәк  булыуын, төп роль эләкмәгән  хәлдә лә, уның янында ҡайтыш булмағанын  алырға  теләй. Ысын артист репетицияла бәләкәй  ролдә  лә, ҙурында ла  шул  уҡ  энергияһын, көсөн  түгә. Шуға  күрә  үҙеңдең ваҡытыңды  сарыф   иткәндә, күберәк  тамашасы  алдында  сығыш  яһау артист өсөн бермә-бер ҡулай  булыр  ине.  Әммә артистың  роль һайлау  мөмкинлеге  әллә ни  юҡ  бит,  бирелгән  ролдән  баш  тартыу  хоҡуғы  ла юҡ. Роль  бүлеү - режиссер  эше.  Ә ғәҙел бүленәме  ролдәр, бүтәнсәме - уныһы икенсе мәсьәлә. Был  режиссерҙың йә художество етәксеһенең дә  ғәйебе түгелдер. Актерҙың  төп  эшенә, төп  ижадына һалҡын ҡарашы, коммерция  йә  бүтән шөғөлдәр, концерттар, эстрада  менән мауығыуы ла билдәле  мөнәсәбәт  тыуҙыра, театр  эшенә ҡамасаулай.  Театрҙа  ғына  түгел, бүтән  өлкәне  алғанда  ла, үҙ  эшеңә  башкөллө  суммаһаң, эшең  килеп  сыҡмай. Сөнки хатта  алдан 200 процентҡа  бирелеп  әҙерләнһәң дә, ҡайһы  саҡ  тамашасы  алдында  шуның 50 проценты  ғына һөҙөмтә  бирә. Тулҡынланыуҙар, эске ҡаршылыҡтар, кейгән әйберең, тамашасының телефондан һөйләшеүе - барыһына ла артист эске  булмышын көйләп,  сәхнәгә  әҙер сығырға  тейеш.  Ролгә  артист мораль яҡтан да, физик  яҡтан да, эмоциональ яҡтан да  әҙерләнә.    
 
- Яҙ. Доллар һәм евро курсы даими үҙгәреп тора. Нефткә хаҡ йә арта, йә төшә. Магазиндарҙа әйбер хаҡы ҡиммәтләнә. Украинала һуғыш бара. Был ваҡиғаларға ҡарашығыҙ?
 
- Әлбиттә, ил-донъя хәлдәре  беҙҙе  лә  урап үтмәй, спектаклдәрҙә, башҡарған ролдәрҙә бөгөнгө көн проблеамаларын сағылдырыға  тейешбеҙ. Ләкин  доллар үҙгәрештәре, нефть хаҡы һәм башҡаһы менән  төбөнә төшөп  ҡыҙыҡһыныу  юҡ. Театр, ижад мөхите   донъяуи ығы-зығынан  утрауҙағылай   ситтәрәк  тороуы  яҡшы. Юҡһа, төп эшебеҙгә хилафлыҡ  килеүе  ихтимал.  90-сы  йылдар башында мин  театрға  килдем, башкөллө эшкә сумдым, бүтәндәр ҙә  шулай  йәшәне, эшләне. Шуға  ул  осор  болғансыҡлығын  ҙур  тетрәнеүҙәрһеҙ үткәрҙек.
   Залдағы  тамашасы    бик  ныҡ  тәьҫир  итә  артистың уйынына. Нисә тамашасы  булыуынан бигерәк, ниндәй  тамашасы  ултырыуы  мөһим. Сәхнәләге партнерыңдан тыш, залдағы  тамашасы  ла - партнерың. Уны  күрмәгән хәлдә  лә, тын алышын, һинең уйыныңды ҡабул итеүен   тояһың. Хатта шаршау асылғансы уҡ, залдағы  геүләшеү-һөйләшеү, аралашыу  тамашасының кәйефен  еткерә. Былар барыһы ла беҙгә ныҡ тәьҫир яһай. Артист сәхнәнән  тәғәйен  фекерен   еткерергә  бурыслы.
 
- Иҡтисади көрсөк осоронда театрға йөрөүселәр һаны артты булһа кәрәк.
 
- Тамашасы  театрға  килә, сөнки  борсоған  һорауҙарға  яуап эҙләй, күңел болоҡһоуын баҫырға  теләй. Театр  йәшәй һәм  мәңге йәшәйәсәк. Уны  кино тыуғас  та  бөтә  тигәндәр.  Шунан  телевидение  барлыҡа  килде, хәҙер  интернет заманы.   Ә  театр  үлмәне лә, бөтмәне лә,  ул  тере. Хәҙер театрға  йәштәрҙең күпләп йөрөүе  шуға  дәлил. 
 
- Тормош - театрмы  әллә  театрҙа беҙҙең тормошмо?
 
- Икеһе  лә дөрөҫтөр.  Ҡыҙғанысҡа  ҡаршы, ҡайһы ваҡыт кешеләр ҙә тормошта  уйнай, ҡылана. Күңелдәрендә иһә бөтөнләй  икенсе  уй. Беҙгә, артистарға, тормошта уйнап йәшәргә  тугел, ә  сәхнәлә тормошто уйнарға  кәрәк. Ә кеше тормошта  үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалһын.
 
- Бөгөн – бенефисығыҙ. Ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. 
 

Материнство раскрывает таланты
26 мая