Марат Моратовтың бер шәлкем шиғыры

Марат Моратовтың бер шәлкем шиғыры https://bash.news/yuldash/4326_marat-moratovtyn-ber-shelkem-shihyry

        Күк  йөҙөнә  бағып  әҫәрләнмәгән, серле  йыһандың сикһеҙ тәрәнлегенә  ҡараш төбәп,  төпһөҙ  уйҙар йомғағын һүтмәгән     кеше  юҡтыр. Бигерәк тә шиғри  күңелле  заттарға  хас  үҙен  йыһандың  бер  саң  бөртөгөләй  булһа  ла  өлөшөнә  тиңләү.   Нағышлы  күккә  ҡарап,    йондоҙҙарҙан йыр отҡан   Марат Моратов, үкенескә  күрә, йыһан  киңлегенә   иртәрәк күсенеп  өлгөрҙө.  Уның  рухиәткә, илһамға  бай  тормошо  шиғри  ижадында  сағылыш таба.

Банер уфимская волна