Еребеҙҙең аҫты ла, өҫтө лә бай. Тәү сиратта, эсер һыуҙы һаҡлау бурысы тора

Еребеҙҙең аҫты ла, өҫтө лә бай. Тәү сиратта, эсер һыуҙы һаҡлау бурысы тора https://bash.news/yuldash/4335_erebezzen-acty-la-ecte-le-baj-teu-siratta-eser-hyuzy-haklau-burysy-tora
03 апр, 16:48

Йыл һайын 5  апрелдә илебеҙҙә Геологтар көнө билдәләнә.
Ошо уңайҙан программала танылған геологтарыбыҙҙың береһе, Рәсәй ер аҫты разведкаһы алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы Рәсих Әғзәм улы Хәмитов ҡатнаша.
 
Рәсих Хәмитов:
 
- Иҡтисади көрсөк беҙҙең тармаҡҡа ла йоғонто яһамай ҡалманы.
Федераль программаларға аҡсаның кәмеүе инвестициялар булмауға килтерә. Һуңғы ун йылда илдә геология разведкаһына ҡараш үҙгәрҙе. Мәҫәлән, Көнсығыш Себерҙә, Сахалин утрауҙарында, Арктикала эҙләнеү эштәре йәнләнде. Бында нефть, газ ятҡылыҡтары үҙләштерелә. Һумдың арзанайыуы үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияны урында эшкәртеүгә этәргес булып тора.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, беҙҙең республикала өс меңдән артыҡ файҙалы ҡаҙылма иҫәпләнә. Фараздар буйынса нефть запастары 30-31 йылға етәсәк. Федераль программа нигеҙендә ятҡылыҡтарҙы асып, аукцион-конкурс аша компанияларға тапшырабыҙ. Нефть сығарыу буйынса күләм ҙурайҙы. Ҡара алтын запастарын тулыландырыу буйынса эш алып бармаһаҡ, бер нисә йылдан республикала запас бөтәсәк, беҙҙең геологтар сит тарафтарға китергә мәжбүр буласаҡ.
Тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау зарур. Тәү сиратта, эсер һыуҙы һаҡсыл тотонорға бурыслыбыҙ. Сөнки нефть, газ, алтын табыу өсөн дә, ғөмүмән, тормош өсөн һыу кәрәк. Геология тармағында эшләүселәрҙе, ветерандарыбыҙҙы ихлас күңелдән һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Асыштар, уңыштар һәм сәләмәтлек теләйем.  

Здоровье и долголетия
Минземимущество