Китапханаларҙа - Әҙәбиәт йылы

Китапханаларҙа - Әҙәбиәт йылы https://bash.news/yuldash/4349_kitaphanalarza-ezebiet-jyly
08 апр, 11:39

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
Айгөл Буранғолова:
 
- Быйыл Мәҙәниәт министрлығы, Әҙәбиәт музейы һәм  Яҙыусылар союзы менән берлектә әҙәби марафонға сыҡтыҡ. Яҙыусылар һәм шағирҙарҙың халыҡ, уҡыусылар менән төп осрашыу урындары булып китапханалар тора. Ҡәләм тибрәтеүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә ундай сараларҙа. Милли китапхана иһә бындай осрашыуҙарҙа үҙенең уҡыусыларын арттыра.  Әҙәбиәт йылында  яңы  форматтағы сараларға иғтибар  бирәбеҙ. Миҫалға, яҙыусылар Таңсулпан Ғарипова менән Әхмәр Үтәбайҙың әҙәбиәт һөйөүселәр, башлап яҙыусылар менән осрашыуы ижади лаборатория булараҡ ойошторолдо. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында Рәсимә Ураҡсина  баланың ижади һәләтен асыу дәресен үткәрҙе. Әлеге ваҡытта Китапхана төнөнә әҙерлек алып барабыҙ. Еңеүҙең 70 йыллығына ҡағылышлы кисәләр, осрашыуҙар ҙа  уҙғарабыҙ. 
Милли китапханабыҙҙы байытыу туҡтауһыҙ бара. Тәүге сиратта Зәйнәб Биишева исемендәге  китап нәшриәте баҫмаларын мотлаҡ алдырабыҙ. Ә үҙнәшер менән донъя  күргән китаптар мәңгелеккә һаҡланһын тигән авторҙар беҙгә уларҙы үҙҙәре бүләк итеп тапшыра ала. Шәхси китапханаларын тапшырырға  теләгәндәр ҙә рәхим  итһен. Әлбиттә, ҡабул иткәндә беҙ китаптарҙың йөкмәткеһенә, сифатына ла ҡарайбыҙ.
Ә электрон китаптар ҡағыҙҙа баҫылғанын ҡыҫырыҡлап сығарасаҡ, шуға күрә  китапханаларҙа уҡыусы ҡалмаясаҡ тигән хәүеф урынһыҙ. Китапты тотоп уҡыу  барыбер  әле  лә көнүҙәк, быға уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуы, уларға яңылары өҫтәлеүе лә  дәлил. 
Милли китапханаға ла, бүтән китапханаларға  ла  яңы, заманса биналар бирелергә тейеш. Шулай уҡ матди ярҙамға хаҡыбыҙ барҙыр. 
 
 

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа