Мәҙәни мираҫты нисек һаҡларға?

Мәҙәни мираҫты нисек һаҡларға? https://bash.news/yuldash/4371_mezeni-miracty-nisek-haklarha
13 апр, 20:21

Күптән түгел Төркиәнең Шанлы Урфа ҡалаһында музей  хеҙмәткәрҙәренең 24-се халыҡ-ара симпозиумы үтте. Унда республика вәкилдәре лә ҡатнашты. Уларҙың береһе - Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.  
 
Данир Ғәйнуллин:
 
- Беҙҙең төп маҡсат - "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығын төҙөү һәм уның моделен булдырыу. Шул теләк менән  Испания һәм Францияла ундан ашыу мәмерйәне күрҙек, музей комплекстарын ҡараныҡ. Төркиәгә сәфәр тарихи ҡомартҡыларға уларҙың ҡараштарын белеү, музейҙар ҡоролошон, асыҡ һауалағы тарихи ҡомартҡыларын һаҡлауҙарын өйрәнеү йәһәтенән бик  файҙалы  булды. Бөтә илдәрҙә үҙҙәренең тарихи ҡомартҡыларын бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ҙур финанстар бүләләр, фән эшмәкәрҙәре эшләй, туристарҙы йәлеп итергә тырышалар. Был интеллектуаль туризм. Төркиәлә тарихи һәйкәлдәр, иҫтәлекле урындар, музейҙар, археологик ҡомартҡылар бик күп. Һәм шул мәҙәни-тарихи мираҫ тураһында уҡып, белеп, шуларҙы үҙҙәре күреү теләге менән бында донъяның төрлө илдәренән интеллектуаль туристар күпләп килә. Эшҡыуарҙар туризмға йәлеп ителә, тик сувенирҙар  һатыу, ваҡ хеҙмәттәр күрһәтеү яғынан ғына, ә мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлауҙа төп яуаплылыҡ, сығымдар дәүләт иңенә төшә.
Сипозиумда "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығын ойоштороу  тураһында сығыш яһаным. Төркиәлә һаҡлауға алынған мәмерйәләр күп, дәүләт уларҙы ныҡ ҡарай, туристарҙы йәлеп итеү өсөн уларҙы бик яҡшы ҡулайлаштыралар, табыш  ала беләләр. Археологик ҡомартҡылар улар өсөн ғорурлыҡ ҡына түгел, ә  туризм өсөн дә ифрат файҙалы. Ғөмүмән, ябай ғына нимәләрҙән дә иҫтәлекле, табыш килтерерлек объект эшләй беләләр. Археологик ҡаҙылмаларҙы үткәреп кенә ҡалмайҙар, ә аҙаҡтан халыҡҡа күрһәтер өсөн шулар буйынса боронғо биналар, йорттар, һарайҙарҙың реконструкцияларын  да  эшләйҙәр. Беҙгә уларҙан өйрәнәһе ҡала. Баймаҡ районында Арҡайымға оҡшаш ҡаласыҡтар бар.  Беҙҙең фәнни үҙәк археологтары тарафынан шунда ҡаҙылмалар үткәреп, улар эргәһенә реконсрукция үткәрергә йыйынабыҙ.
Төрөктәр һымаҡ, Башҡортостанда археологик ҡаҙылмаларҙы күберәк алып барырға кәрәк. Икенсенән, мәҙәни-тарихи ҡомартҡыларҙы реконструкциялау. Өсөнсөнән, уларҙы киләсәктә халыҡҡа, туристарға күрһәтеү, ҡулайлаштырыуҙы хәстәрләүҙе лә төрөктәрҙән  өйрәнә алыр инек.
"Шүлгәнташ"та быйыл йәй беҙ халыҡ-ара сипозиум ойошторабыҙ. Мәмерйәне таҙартыу, ундағы һүрәттәрҙе датировкалау буйынса яңы методиканы өйрәнеүсе һәм бүтән йүнәлештә эш алып  барыусы ғалимдар  тиҫтәгә яҡын илдән саҡырылған. Шүлгән мәмерйәһенең проблемалары, унда музей төҙөү, артабанғы үҫеше   буйынса  фәнни сығыштар ҡаралған.
 
 

Свадьба наизнанку
Когда отремонтирую ваш подъезд