Нефтсе, геолог Юнир Тимербулатов

Нефтсе, геолог Юнир Тимербулатов https://bash.news/yuldash/4408_neftse-geolog-yunir-timerbulatov
22 апр, 11:18

 

          Нефть кешелеккә борон-борондан билдәле. Әүәл уны төҙөлөштә ҡулланғандар, фирғәүендәрҙе бәлзәмләү өсөн тотонғандар. Яныу үҙенсәлеген дә белгәндәр. Әммә крекинг һәм эшкәртеүҙең бүтән юлдары асылғас  ҡына нефть ысын мәғәнәһендә алыштырғыһыҙ сеймалға әйләнә. Нефть, уны табыу һәм эшкәртеү менән бәйле һөнәр эйәләре һәр ваҡыт талап ителә. Шуға ла уларҙың абруйы юғары. Нефтсе һөнәре бөгөн дә ауыр, яуаплыларҙан һанала. Тапшырыу геройы Юнир Тимербулатовтың да хеҙмәт юлы тап ошо өлкә менән бәйле.

         Юнир Йосоп улы Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙенең тос өлөшөн индергән нефтселәр йәшәгән төбәктә, Ишембай районының Кинйәбулат ауылында тыуған. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары ошо ауылда үтә. Башланғыс белемде ул тыуған ауылында ала. Дүрт километр алыҫлыҡтағы Байғужа ауылында һигеҙенсе класты тамамлай, артабан иһә Ишембайҙағы башҡорт мәктәбендә уҡып, урта белем тураһындағы таныҡлыҡ  ала. Кесе йәштән ул нефть тураһында белеп, яҡташтарының абруйлы хеҙмәте хаҡында ишетеп үҫә. Шуға ла буласаҡ һөнәри эшмәкәрлеген нефть тармағы менән бәйләй. Мәктәпте тамамлағандан һуң уны Ишембайҙың нефть сығарыу идаралығына эшкә саҡыралар.  Ул бар ғүмерен ошо тармаҡтағы эшкә бағышлай. Юнир Йосоп улының ошо эш дәүерендә күргән–кисергәндәрен теҙеп, яҙа башлаһаң, оло бер роман сығыр ине, моғайын. Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы уҙаман хәтирәләр яҙа. Һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған Юнир Тимербулатов – әүҙем йәмәғәтсе, урындағы матбуғат хәбәрсеһе. Билдәле булыуынса, Ишембай нефте табылыуға быйыл 75 йыл. Юнир Йосоп улы Ишембай нефте тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе туплауға үҙ өлөшөн индерә. Абруйлы геологтар, нефтселәр, ветерандар тураһындағы яҙмалары газета биттәрендә әленән – әле баҫылып тора. Яҙмаларында хеҙмәт ветераны нефтсе һөнәренең ауыр һәм яуаплы булыуын йыш телгә ала. Ә шулай ҙа был ҡатмарлы эште күптәр “романтиктар һөнәре” ти. Улар һәр ваҡыт яңылыҡҡа, хыял киңлектәренә ынтылып йәшәүсе заттар. “Ә бының нигеҙендә матурлыҡҡа, ергә, тәбиғәткә оло һөйөү ята” – ти Юнир Йосоп улы.

Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа