Ваҡ ҡына бөжәктәрҙә - ҙур хәүеф

Ваҡ ҡына бөжәктәрҙә - ҙур хәүеф https://bash.news/yuldash/4426_vak-kyna-bezhekterze-zur-heuef
27 апр, 12:35

Башҡорт дәүләт медицина университетының микробиология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Марсель Тойғонов  менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә.
 
 Марсель Тойғонов:
 
- Талпандар бигерәк тә урманлы төбәктәрҙә күп күҙәтелә. Был бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, ғәҙәттә, 20-30 проценты ғына вируслы. Улар сирҙе быуындан-быуынға тапшыра, шуға күрә тәбиғәттә талпан вирусын бер нисек тә бөтөрөп булмай. Был бөжәктәр урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа күп осрай. Ағас башына менеп, улар хайуандарҙы йә кеше үткәнен көтөп ултыра ла, уңайлы мәлдә, ямғыр һымаҡ, уның өҫтөнә ҡойола.
Яҙғы һәм йәйге осорҙа ҡалалағы парктар, балалар лагерҙары, шифаханалар һәм башҡа учреждениелар тирәһендә талпандарҙан зарарһыҙландырыу эштәре үткәрелә. Ә ҡала янындағы биләмәләрҙе, урмандарҙы эшкәртмәйҙәр, сөнки был ҙур сығымға бәйле. Үкенескә күрә, йыл һайын республикала бер нисә тиҫтә кеше талпан энцефалитын йоҡтора. Уға ҡаршы тороуҙың берҙән-бер сараһы - вакцинация үткәреү. Вирусҡа ҡаршы бер нисә төрлө вакцина бар. рәсәйҙә сығарылғандары, шулай уҡ сит илдән индерелгәндәре.
Вакцинаны өс тапҡыр яһатырға кәрәк. Мәҫәлән, беренсеһен хәҙер эшләтһәң, икенсеһен - 1 ай үткәс, өсөнсөһөн - 1 йылдан һуң. Шул саҡта ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килә лә, уның көсө ғүмер буйына етәсәк.
Элек талпанды тикшереүсе лабораториялар һәр районда була торғайны, ә хәҙер ике-өс районға берәү генә ҡалды, улары ла бөжәктең вируслы булыу-булмауына анализ эшләйме, белмәйем. Өфөлә Шәфиев урамындағы лабораторияла шундай анализ үткәрелә. Талпан ҡаҙалһа, ул мотлаҡ зарарлы тигәнде аңлатмай әле. Ләкин 4-8 көндән һуң баш ауыртһа, температура күтәрелһә, бөжәктең вируслы икәненә шик тыуа. Ашығыс рәүештә табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай хәлгә тарымаҫҡа теләһәгеҙ, профилактик рәүештә талпанға ҡаршы иммуноглобулинды ҡаҙарға кәрәк. Йорт хайуандарына ла вируслы талпан ҡаҙалыусан. Талпан энцефалиты күскән һыйыр һөтөн ҡурҡмай ҡайнатмай ҙа эсергә мөмкин, сөнки уның ҡанында барлыҡҡа килгән иммунитет вирусты зарарһыҙландыра. Ә вируслы талпан ҡаҙалған кәзә һәм һарыҡ һөтөн ҡайнатмай эсергә ярамай. Шулай уҡ талпан вирусын йоҡторған бесәйҙән дә кешегә тәнендәге йәрәхәттәр аша энцефалит сире күсә ала.
Талпан ҡаҙалһа, иң тәүҙә ул ҡаҙалған урынға берәй май йәки вазелин һөртөп, бөжәкте  тонсоҡторорға кәрәк. Ярты сәғәттән һуң ул тырнаҡтарын ысҡындыра, бөжәкте ипләп кенә тартып сығараһың. Ә тонсоҡтормай тартһаң, уның аяҡтары арҡыры тора, һурып сығарғанда, башы тәндә ҡала. Талпанды быяла һауытҡа һалып, Шәфиев урамы, 7-се йортта урынлашҡан гигиена үҙәгенә тикшерергә килтерергә мөмкин. Һөҙөмтәһе икенсе көнгә билдәле була, талпан зарарлы икән, бушлай иммуноглобулин ҡаҙауға йүнәлтмә бирәләр. Препарат травмпункттарҙа эшләнә. 
Талпан вирусы организм өсөн бик хәүефле, шуның өсөн тәбиғәткә сығып ял итһәгеҙ, бик һаҡ булығыҙ. Кейем тәнде тулыһынса ҡаплап торорға тейеш. Урман-ҡырҙан ҡайтҡас, һәр саҡ тәнде, кейемде тикшерегеҙ.
 
Редакциянан: талпанды Башҡортостан республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә тикшертә алаһығыҙ.
Адресы: 450054, Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7
Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 237-64-08
Эш сәғәттәре: 9:00 – 16:00 
 
 

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд