Беҙ дуҫлыҡ менән көслө

Беҙ дуҫлыҡ менән көслө https://bash.news/yuldash/4431_bez-duclyk-menen-kesle
28 апр, 09:59

Рәсүл Сәғитов:
 
- Бөгөн халыҡтар дуҫлығы тураһында һөйләшмәксебеҙ. Ул СССР-ҙа тотош дәүләт кимәлендә алып барылған, даими алып барылған оло сәйәсәт булды, быға ихтыяж бөгөн дә ҙур.  Дөрөҫө - халыҡтар дуҫлығы - бөгөнгө сәйәси ҙә, иҡтисади ҙа шарттар иҫәпкә алынып эшләнгән яңы доктриналыр. Ә был турала һөйләшеүгә сәбәп - 28 апрель көнө Өфөлә үтәсәк бик мәртәбәле сара - Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһының сираттағы, өсөнсө съезы. Республикала ошондай ойошма 2000 йылда барлыҡҡа килде. Бында йәшәгән халыҡтарҙың 30-ҙан ашыу рәсми теркәлгән милли-мәҙәни үҙәген берләштерә. Ассамблеяның бурысы - милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, республикала граждандар тыныслығы һәм татыулығын һаҡлау өсөн дәүләт хакимлығы органдары менән диалог алып барыу. Съезда Ассамблеяның уставына үҙгәрештәр индерелеүе көтөлә. Проект ҡабул ителһә, советты, әлегесә, бер рәйес түгел, ә өс рәйестәш етәкләйәсәк. Съезда шулай уҡ советтың яңы ағзаларын һайлау ҡарала.
 
Студия ҡунаҡтары - "Сәхипъямал" татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Ләйсән Сираева, төркмән милли-мәҙәни үҙәге президенты Сапарморат Шәнғлиев һәм "Аҡ бата" ҡаҙаҡ мәҙәни үҙәге ағзаһы Мерей Ҡупжанов.
  
Ләйсән Сираева:
 
- Ай һайын ғәҙәти йыйылыштарҙан тыш, беҙ  китап туйҙары, компакт-дискылар презентациялары үткәрәбеҙ. Әҙәбиәт йылын асып, Резеда Сабитованың яңы дискын туйлап, концерттар ойошторҙоҡ. Башҡортостандың  халыҡтар  дуҫлығы  Ассамблеяһында башҡорт, ттатар, сыуаш, әрмән һ.б. халыҡтар вәкилдәрен саҡырып, башҡорт, татар сәй эсеү церемонияһын үткәрҙек. Милли кейемдәр, ҡурай        моңдары менән бик матур осрашыу үтте. Фотолар Ассамблея сайтында ҡуйылды.  "Аҡ тирмә"клубы менә берлектә туған телдәрҙе һаҡлауға бәйле "түңәрәк өҫтәл" ойошторҙоҡ.  Һәм башҡа бихисап сара үткәрәбеҙ. Башҡортостан - һәр ваҡыт дуҫ, татыу йәшәгән төбәктәрҙең береһе. Шул һаҡланһын.
 
Сапарморат Шәнғлиев:
 
- Беҙҙең Төркмән ойошмаһы Башҡортостан халыҡтарының дуҫлыҡ йортонда 2001 йылдан бирле эшләй. Дуҫлыҡ йортондағы бүтән милли-мәҙәни ойошмалар менән бик татыу эш алып барабыҙ, төркмән байрамдарына саҡырабыҙ, үҙебеҙ ҙә йөрөйбөҙ. Бергәләшкәс, дуҫлығыбыҙ нығый, моң-йырҙарға байыйбыҙ. Ҡауын байрамы иҫтә ҡалды. Төркмәнстандан бында уҡыған студенттарҙы йыйып, башҡа дуҫтарҙы ла саҡырып, Еңеүҙең 70 йыллығы менән ҡотланыҡ, Науруз байрамында ҡатнашҡан йәштәрҙе бүләкләп, күңелдәрен күрҙек.  Башҡортостанда бик дуҫ йәшәйбеҙ, рәхәт, Аллаға шөкөр! 
 
 
Рәсүл Сәғитов:
 
- Замандашыбыҙ, ҡаҙаҡ егете Мерей Ҡупжанов та бөгөнгө һөйләшеүҙә ҡатнаша. Уға һүҙ бирер алдынан әле яңы ғына ошондай сараның уның үҙенең илендә лә үткәнен хәбәр итәйек - Ҡаҙағстан халыҡтары Ассамблеяһының сираттағы сессияһында президент Назарбаев ҡатнашты һәм сығыш яһаны, берҙәмлектең иң мөһим ҡаҙаныш икәнен белдерҙе. Илдәре алдында торған яңы ете бурысты үтәүҙә тап Ассамблеяның ярҙам итергә тейешлеген әйтте. Әйҙә, үҙең, халҡың, бындағы диаспорағыҙ тормошо тураһында һөйләп үт.
 
Мерей Ҡупжанов:
 
- Башҡортостанда йәшәүсе ҡаҙаҡ халҡы "Аҡ бата" мәҙәни үҙәген ойошторҙо. Бик әүҙембеҙ, бүтән милли-мәҙәни үҙәктәр менән килешеп, дуҫлашып  эшләйбеҙ.  Өфөлә 2 йыл йәшәйем, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыйым, ошо ваҡытта башҡорт телен бик яҡшы өйрәндем, иркен һөйләшәм. 2013 йылға тиклем башҡорттар, Башҡортостан тураһында белмәй инем. Бында килгәс, башҡорт халҡына, милләтенә, теленә, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә  ғашиҡ булдым. Ҡаҙаҡстанда өс теллелек тигән программа эшләй, уға ярашлы, балалар баҡсаһынан, мәктәптән башлап, өс  телде - ҡаҙаҡ, рус һәм инглиз телдәрен мотлаҡ өйрәнеү программаһы индерелгән. Башҡорт, ҡаҙаҡ, төркмән, татар һәм башҡа халыҡтар араһында толерантлыҡ тигән термин түгел, дуҫ, бауырҙаш кеүек электән килгән һүҙҙәр һәм мөнәсәбәттәр булырға тейеш. Толерантлыҡ иһә Европала барлыҡҡа килгән, ә ул беҙҙең республикаларҙа сит илдәрҙән килгән кешеләр менән аралашыуҙа ғына ҡулланылырға тейеш.  
 
 
 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий