Әҙип китап яҙып ҡына йәшәй аламы?

Әҙип китап яҙып ҡына йәшәй аламы? https://bash.news/yuldash/4434_ezip-kitap-yazyp-kyna-jeshej-alamy
28 апр, 20:34

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда төрки телле йәш яҙыусыларҙың I халыҡ-ара фестивале уҙҙы. Унда ҡатнашҡан йәш әҙиптәр Олеся Әхмәтрәхимова һәм Айгиз Баймөхәмәтов беҙҙә ҡунаҡта. 
 
Айгиз Баймөхәмәтов:
 
- 100 йыл элек һәм совет осоронда яҙыусылар, шағирҙар тығыҙ аралашыуҙа йәшәгән. Әммә үҙгәртеп ҡороуҙар йылдарында бәйләнештәр өҙөлдө  йә бушаны. Төрки донъяһы яҙыусыларын яҡынайтыу, берләштереү, ижадтарын үҙ-ара танытыу маҡсаты ҡуйылды ул фестивалдә. Минең йәштәштәрем төркмәндәр килгән, улар матур итеп баҫылған, ҙур тиражлы ҡалын китаптарын алып килгән, үҙҙәре дәүләт премиялары менән бүләкләнеп өлгөргән. Ә беҙҙә бит хатта танылған яҙыусыларҙың әҫәрҙәре  мең дана менән генә баҫыла.
Проза секцияһында әҫәрҙәрҙе тикшергәндә, ҡатмарлыҡтар тыуҙы. Сөнки яҡуттар, төркмәндәр, сыуаштар үҙ телдәрендә генә китаптарын алып килгән, ә мин бит ул телдәрҙе белмәйем. Ярар, башҡорт һәм татарҙар бер-береһен яҡшы аңлай, был яҡтан уңайлы. Минең китаптар башҡортса ла, русса ла сыҡҡас, рус телен белгән барыһы ла аңлай. Тимәк, тәржемә етмәүе һиҙелә. Ә фәһемле миҫалдарға килгәндә, йәш татар әҙибе Рөстәм Ғәлиуллин менән осрашыу иҫтә ҡалды. Ул бер ҡайҙа ла эшләмәй икән. Егеткә Татарстан президенты  татар тарихы тураһында роман яҙыу бурысы йөкмәткән, үҙен ғилми институтҡа хеҙмәткәр итеп беркетеп, әҫәр яҙыу өсөн бирелгән бер йыл буйы эш хаҡы түләнә.
Беҙҙә финансҡа бәйләнмәгән йәһәттән барыһы ла эшләнә, әммә дәүләт тарафынан иғтибар артһын ине. Мәҫәлән,  күрше республикала ижадсыларҙы яҡлау тураһында махсус закон әҙерләнә тиҙәр, беҙҙә лә кәрәк ул.
 
Олеся Әхмәтрәхимова:
 
- Үҙебеҙҙең әҫәрҙәрҙе анализлау  булды айырым проза һәм шиғриәт секцияһында. Сара барышында күберәге патриотик рухтағы шиғырҙар яңғыраны. Поэзия секцияһында беҙҙең әҫәрҙәрҙе тикшергәндә, Башҡортостан тип айырым әйттеләр ҙә, һеҙҙә социаль темалар күтәрелә икән, бүтәндәргә өлгө ул тип билдәләнеләр. Беҙҙең республикала эшләгән әҙәби берекмәләр ижадты үҫтереүгә булышлыҡ итә. Үҙем мәктәптә уҡыған сағымда Дәүләкән ҡалаһындағы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейында эшләп килгән  әҙәби берекмәлә шөғөлләндем. Ошонда йөрөүем минең  киләсәккә юлымды билдәләргә булышлыҡ иткәндер. Башҡорт дәүләт унивесритетындағы "Шоңҡар" әҙәби берекмәһенең дә әһәмиәте бар. 
 

Здоровье и долголетия
Курс Телеведущий