7 май — Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө

7 май — Радио һәм барлыҡ элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө https://bash.news/yuldash/4471_7-maj-radio-hem-barlyk-elemte-tarmahy-hezmetkerzere-kene
08 май, 14:30

7 май, рәсми телдә әйтһәк, радио, телевидение һәм элемтәнең бөтә төр хеҙмәткәрҙәре көнө. Алдағы ярты сәғәт эсендә радионың йәмғиәттәге әһәмиәте тураһында һөйләшмәксебеҙ.
 
Программала Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатов, Ришат Миндияров, Гөлдәриә Йосопова ҡатнаша.  Тапшырыуҙы Рәсүл Сәғитов алып бара.
 
Зөфәр Тимербулатов:
 
- Был байрамды үҙемдең байрамым тип ҡабул итәм. Радио-телевидениела эшләмәһәм дә ғүмерем газета-журнал араһында үтте. Киң мәғлүмәт сараларынан тәү башлап радио менән таныштым. Беҙҙең быуын радио тыңлап үҫте.
 
Ришат Миндияров:
 
- Элек радио төп тәрбиә сараһы булды. Киләсәктә радио бөтөрмө, бөтмәҫме тигән һорау уйландыра.
 
Гөлдәриә Йосопова:
 
- 70-се йылдарҙа ла һәр өйҙә телевизор юҡ ине. 4-5 йәштән радио тыңлап үҫтем. Радио көнө - дөйөм халыҡ байрамы. 90-сы йыл журналистары радио тормошонда ысын революция ойошторҙо тип әйтергә була. Диктор ғына иғлан иткән, яҙып әҙерләнгән тапшырыуҙарға тура эфирҙа эшләүселәр ҡушылды. Бына шулай итеп тура эфирҙа эшләүселәр мәктәбе барлыҡҡа килде.
 

Банер уфимская волна