Үҙең үҫтергән бәрәкәтлерәк

Үҙең үҫтергән бәрәкәтлерәк https://bash.news/yuldash/4510_uzen-uctergen-bereketlerek
15 май, 10:51

Бөгөн һүҙ үҙәгенә йәнә ауыл хужалығы сыға.  Ауыл хужалығы, сөнки яҙғы баҫыу эштәре бара: нисек бара улар, быйылғы үҙенсәлектәр ниндәй? Бөгөн илдә элеккесә үҙәкләштереү, бөтә нәмәне бер ҡулда тотоу аграр секторҙа ла юҡ.

Үҙең үҫтергән бәрәкәтлерәк
Үҙең үҫтергән бәрәкәтлерәк


 
Башҡортостан Йәшелсәселәр берлеге рәйесе Артур Ноғоманов менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.
 
 
Артур Ноғоманов:  
 
- Сит ил продукцияһын үҙебеҙҙеке менән алмаштырыу ауыл хужалығы өсөн бик тә көтөп алынған күренеш. Мәҫәлән, “Алексеевка” совхозында етештерелгән йәшелсә, емеш-еләк ҡайһы бер йылдарҙа һатылып та бөтөлмәй, сереп ята торғайны.
2014 йылдың октябрь айында Рәсәй йәшелсәселәр берлеге барлыҡҡа килде. Ошо йәһәттән, “Башҡортостан продукты” декларация ғына булып ҡалмаһын, уны тормошҡа ашырырға тигән бурыс ҡуябыҙ. Барлыҡ йәшелсә орлоҡтарын күбеһенсә сит илдән индерәбеҙ, улар бик ҡиммәткә төшә. Хәҙер уларҙы осһоҙландырыу юлдарын эҙләйбеҙ. Быйыл Хөкүмәт тарафынан орлоҡ алыуға 30 процент субсидия бирелде. Был тармаҡ өсөн ҙур ярҙам. Йәшелсәлек менән шөғөлләнеүсе ойошмаларға 10 процентҡа хаҡы түбәнәйтелгән минераль ашлама бүленә. 1 миллиардҡа ашлама алһаҡ, ташламаһы 100 миллион тәшкил итә.
Йәшелсәлек менән шөғөлләнергә теләге булған кеше гектарына кәмендә 120-130 мең һум аҡса һалырға тейеш. Ергә ерегеп эшләгәндә генә уңышын йыйырға була.
Сөгөлдөр, кишер сәсә торған ике рәтле комбайындарҙың да хаҡы бик ҡиммәт. Әлбиттә, был сығымдар киләсәктә үҙен ҡаплаясаҡ.
Респубулика Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан да ярҙам күрһәтелә. Киләсәктә йәшелсәләрҙе һаҡлар өсөн кәмендә ун склад төҙөү планы бар.
 

Материнство раскрывает таланты
26 мая