"Ирәндектә" - этнофорум

"Ирәндектә" - этнофорум https://bash.news/yuldash/4524_irendekte-etnoforum
18 май, 19:31

12 - 14 июндә республикала беренсе башҡорт этнофорумы үтәсәк. Ул ниндәй маҡсаттар ҡуя? Программа ошо турала.

Ирәндектә - этнофорум
Ирәндектә - этнофорум


Тапшырыуҙа Ғафури йәштәр берлеге рәйесе Рүзилә Юлыҡова һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Роберт Дәүләтшин ҡатнаша.
 
Рүзилә Юлыҡова:
 
- Форумдың маҡсаттары - башҡорт йәштәренең милли үҙаңын үҫтереү, Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте тураһында күберәк мәғлүмәт биреү, яҡташтар берлектәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу, илгә һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормош алып барыуға өндәү.
Түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарырға планлаштырабыҙ. Оҫталыҡ дәрестәре лә буласаҡ. Беҙҙең форумға танылған яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова, билдәле спорсы Хәбир Сөләймәнов, журналист Салауат Хәмиҙуллин, шулай уҡ эшҡыуарҙар, етәкселәр саҡырылған. Сәләмәт тормош алып барыу темаһына ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.
Форумда ҡатнашыу түләүле. Өлкәндәр – 500 һум, студенттар – 300 һум взнос түләй. 12 йәшкә тиклемге балалар бушлай инә. Взностар утын, һыу һәм электр уты менән тәьмин итеү өсөн алына.
 
Роберт Дәүләшин:
 
- Беренсе башҡорт этнофорумы 2011 йылда Бөрйән районының Олоғужан туристик үҙәгендә үткәрелгән слёт һымаҡ буласаҡ. Уҙғарыу урыны итеп Баймаҡ районының Мостай ауылын һайланыҡ. Бында “Ирәндек” этнокомплексы асыласаҡ. Унда өйҙәр, тирмәләр бар. Этнофорум төрлө программаларҙан торасаҡ. Атап китһәк, белем биреү, эшҡыуарлыҡ, спорт, матбуғат. Форум сиктәрендә йәштәр белем һәм оҫталыҡ та туплаясаҡ. Асыҡ һауа. Ааралашыу. Фекер уртаҡлашыу. Оҫталыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыу. Белем биреү майҙансыҡтары бер нисә урында эшләйәсәк.
Беренсе башҡорт этнофорумына рәхим итегеҙ!
Ҡатнашыусылар һаны сикләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәт ошо һылтанма буйынса:
http://vk.com/bashethnoforum
 

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд