Өфөлә Башҡорт киноһы аҙналығы башлана

Өфөлә Башҡорт киноһы аҙналығы башлана https://bash.news/yuldash/4540_efele-bashkort-kinohy-aznalyhy-bashlana
21 май, 10:24

Башҡортостанда кино аҙналығы башлана. Был башҡорт киноһы аҙнаһы? Ни өсөн ул саҡта кино аҙналығы тип кенә билдәләнде?
 
Тапшырыуҙа режиссёр Вилүрә Иҫәндәүләтова ҡатнаша.
 
Вилүрә Иҫәндәүләтова:
 
- 25 майҙан “Родина” кинотеатрында Башҡортостан киностудияһы фильмдары теҙмәһенән торған  кино аҙналығы башлана. Ошо көндәрҙә беҙҙең киностудия асылыуға теүәл 25 йыл тула. Фильмдарҙа республика тормошо, уның проблемалары яҡтыртыла, ошонда тыуып үҫкән шәхестәр хаҡында  һөйләнә. Ни өсөн башҡорт телендә төшөрөлә, тигәндә башҡа халыҡтар ҙа башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен белергә тейеш. Бер көндө бағышлайбыҙ ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтеүгә, икенсеһен тик документаль фильмдарға һәм башҡа. Фильм төшөрөү ҡатмарлы баҫҡыстарҙан торған, сетрекле мәсьәлә. Иң мөһиме финанс сығымдарға бәйле.  “Башҡорт киноһы” бар тип әйтер өсөн бик күп кенә милли һыҙатлы фильмдар кәрәк. Киностудияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, танылған режиссёр Әмир Абдразаҡовтың исемен телгә алмау яҙыҡ булыр. Ул ғүмер буйы милли геройыбыҙ Салауат Юлаев хаҡында кино төшөрөргә хыялланды. Һәм ошо хыялын тормошҡа ашырыу юлында “Һынмаҫ рух” тигән фильм төшөрҙө. Беҙҙең фильмдар күп кенә фестивалдәрҙә ҡатнашып, лайыҡлы баһа ала килә һәм ул артабан да дауам итер тип уйлайбыҙ. “Башҡорт киноһы” аҙналығы уҙғарыуҙың төп маҡсаты – үҙебеҙҙең милли фильмдарҙы пропагандалау, халыҡты кинотетрҙарға ылыҡтырыу, кино сәнғәтенә һөйөү уятыу.
 

Банер уфимская волна