Кукуруз бөртөгө

Кукуруз бөртөгө https://bash.news/yuldash/4597_kukuruz-bertege
03 июн, 10:42

  Дүшәнбе – Тажикстандың баш ҡалаһы. Тажикстан тауҙар иле, уның 93% - тау. Шуға бында тауҙарға ҡағылышлы легендалар күп. Шуларҙың береһе  Чилдухтарон үҙәне тураһында. Беҙҙеңсә 40 ҡыҙ үҙәне була. Легенда буйынса, үҙәнгә илбаҫарҙар ябырыла һәм ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа алып китмәксе булалар. Ҡыҙҙар Аллаһтан үҙҙәрен ташҡа әйләндереүен ялбаралар. Аллаһ ҡыҙҙарҙың ялбарыуын ишетә һәм үҙәндә бер-бер артлы торған 40 таш киҫәге ҡалҡып сыға. Халыҡ был ергә 40 ҡыҙ үҙәне тигән исем бирә. Һәр яҙ һайын таштарҙы сәскәләр һәм төрлө төҫлө таҫмалар менән биҙәйҙәр. 

 Тажикстан тауҙар иле икәнлеген белдегеҙ инде. Уңдырышлы баҫыуҙар унда күп түгел, шуға ла икмәк иң ҡәҙерле аҙыҡ. Тажиктар бер ҡасан да икмәкте ташламай,  йөҙтүбән һалмайҙар. Һәм бер ҡасан да бысаҡ менән телмәйҙәр, һындырып алып ҡына ашайҙар.  

 Мин һеҙгә бөгөн “Кукуруз бөртөгө” тигән тажик халыҡ әкиәтен һөйләйем.

Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа