Ҡулланыусы, үҙ хоҡуҡтарыңды беләһеңме?

Ҡулланыусы, үҙ хоҡуҡтарыңды беләһеңме? https://bash.news/yuldash/4604_kullanyusy-uz-hokuktaryndy-belehenme
03 июн, 20:18

Йәйен иҫкергән колбасаһына ла, әсегән һөтөнә лә, сифатһыҙ кеүәҫенә лә, башҡаһына ла тура килә халыҡ. Хаҡын төшөрөп һатылған алдаҡ тауарҙар ҙа күбәйә. Телефондарға, быға ҡаршы закондар ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, төрлө банктарҙан, фитнес-клубтарҙан,  магазиндарҙан, башҡаһынан һылтанмалар, реклама, смс-тар килеүен дауам итә, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау закон тарафынан нисек ҡаралған, ғөмүмән, нимә хаҡында тыңлаусы белергә тейеш?

Ҡулланыусы, үҙ хоҡуҡтарыңды беләһеңме?
Ҡулланыусы, үҙ хоҡуҡтарыңды беләһеңме?


 
Өфө ҡалаһының Көньяҡ филиалы адвокаты Гүзәл Фуат ҡыҙы Харрасова менән Гүзәл Ситдиҡова әңгәмә ҡора.
 
Гүзәл Харрасова:
 
- Реклама тураһында федераль закон бар.  Уға ярашлы кешенең иркенән тыш уға көсләп реклама менән ниндәйҙер әйберҙәрҙе тағыу тыйыла. Кеҫә телефондарына смс килгән осраҡта, хоҡуҡ һаҡлау органдарына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеп үҙегеҙҙе ҡурсалай алаһығыҙ. Суд аша административ, граждандар, йә хатта енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Үкенескә ҡаршы, халыҡ үҙенең хоҡуҡтарын белмәй. Һатыусылар 90 процент хатаһын танымай, төрлө юлдар менән һатып алыусының мөрәжәғәтен кире ҡағыу юлдарын эҙләй. Шуға ла йыш ҡына халыҡ, барып иҫбат итеп йөрөгәнгә ҡарағанда, сифатһыҙ аҙыҡ-түлекте, тауарҙы ташлауҙы хуп күрә. Һатып алыусының 15 көн эсендә әйберҙе кире ҡайтарырға хоҡуғы бар. Оҙаҡ хеҙмәт итеүсе тауар икән, был ваҡыт тағы ла киңәйә. 2 йыллыҡ осорға, мәҫәлән. Хатта аяҡ кейеме үлсәме буйынса тура килмәй икән, урамға кейеп сығып йөрөгәндә лә, ҡулланыусы уны кире ҡайтара ала.
Ҡулланыусының талаптарына яуап бирмәйҙәр икән, уларға бик күпләп санкциялар ҡаралған. Эш судҡа барып етһә, ошо килтерелгән зыяндан тыш, мөрәжәғәт ителгәндән көндән алып һатып алынған әйбер хаҡынан сығып һәр көн 1 процент пеня ҡаралған, унан тыш һатып алыусыға 50 процент штраф ҡайтарылырға тейеш. Рухи зыянды ҡаплатырға ла мөмкин. Адвокаттар ярҙамы менән ҡулланған икән, бар сығымдар һатыусыға йөкмәтелә. Һатыусылар ҙа, етештереүселәр ҙә бер үк кимәлдә яуап бирергә тейеш. Хатта йәшерен етешһеҙлектәре булған машина һәм фатирҙарҙы ла кире ҡайтарырға мөмкин. Халыҡ үҙ хоҡуҡтарын белһен генә.
 
Башҡа мәғлүмәттәр, халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар тапшырыуҙың яҙма вариантында.

Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа