Дәрестәрҙән азат булыу буш йөрөүгә әйләнмәһен

Дәрестәрҙән азат булыу буш йөрөүгә әйләнмәһен https://bash.news/yuldash/4612_deresterzen-azat-bulyu-bush-jereuge-ejlenmehen
04 июн, 20:29

Йәйге каникул - бик мөһим осор, сөнки алға балаларҙың буш ваҡытын дөрөҫ ойоштороу мәсьәләһе килеп баҫа. Быйыл яҙ хатта уны ҡыҫҡартырға кәрәк, тигән фекер ҙә булды - Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы ата-әсәләрҙең ошоно талап итеүен белдерҙе.  Балаларының өс ай буйы һис бер шөғөлһөҙ йөрөүенә, компьютерға тексәйеп күҙен боҙоуына зарланалар икән. Ә бит улар, йәнәһе, уҡый алырҙар ине. Йәки - эш эшләй. "Беҙҙә - донъялағы иң оҙон каникул! тиелгәне лә мәғлүм, - һөҙөмтәлә уҡыусының мейеһенә йыл буйы тырышып тултырылған белем 1 сентябргә ныҡ бүҫкәрә". Ошолар һәм башҡалар тураһында Башҡортостан мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге баш белгесе-эксперты Рәмзиә Бикҡужина менән Рәсүл Сәғитов әңгәмәләшә.

Дәрестәрҙән азат булыу буш йөрөүгә әйләнмәһен
Дәрестәрҙән азат булыу буш йөрөүгә әйләнмәһен


 
Рәмзиә Бикҡужина:
 
- 95 ҡала сите лагерының 20-һе бөгөнгө көндә эшләй башланы ла инде.Ҡалғандары 10 июнгә тиклем асыласаҡ. Һәр лагерҙың үҙенең программаһы бар, шуның буйынса эшләйҙәр. Быйыл дәүләт аҡсаны күберәк бүлде. Мәктәптәр янында көндөҙгө лагерҙар эшләй, балалар унда ҙур теләк менән йөрөй, улар өсөн экскурсиялар ойошторола. Балалар республиканан ситтә лә - "Артек"та, "Орленок"та ял итә. 
 
Редакциянан: Балаларҙы лагерға урынлаштырыу тәртибе, юллама хаҡтары менән тапшырыуҙы тыңлап танышығыҙ.
 

Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна