Салауат образы - илһөйәрлек билдәһе

Салауат образы - илһөйәрлек билдәһе https://bash.news/yuldash/4657_salauat-obrazy-ilhejerlek-bildehe
16 июн, 14:54

16 июнь календарҙа башҡорт халҡының батыр улы, шағир улы Салауат Юлаевтың тыуған көнө булараҡ билдәләнгән. Уны халыҡ онотмай, уның образы аша илһөйәрлек, ирек һөйөүсәнлек, азатлыҡ өсөн йәнде-тәнде аямайса көрәшеү кәрәклеге быуындан-быуынға күсә килә. Йыл да "Салауат йыйыны" үткәрелеүе, уның быйыл да, ошо аҙнала, буласағы - бының өсөн дәүләттең дә күп көс һалыуына дәлил. Рәсүл Сәғитов яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов һәм батыр тураһындағы роман, мәҡәләләр авторы, профессор Мирас Иҙелбаев менән ошо легендар шәхестең тарихи роле, бөгөнгө йәмғиәттәге әһәмиәте тураһында әңгәмәләшә.

Салауат образы - илһөйәрлек билдәһе
Салауат образы - илһөйәрлек билдәһе


 
   Ғәлим Хисамов:
 
   - Салауат Юлаев - бөгөн дә бөйөк. Ул үҙендә тотош халыҡҡа хас һыҙаттарҙы туплаған. Әгәр был сифаттар тик айырым батырҙыҡы ғына булһа, күптән онотолған булыр ине. Халыҡ балаһы булғанға бөйөк ул. Һыбай торған Салауат ҡына түгел, ҡурайсы ла, шағир ҙа. 
 
   Мирас Иҙелбаев:
 
   - Салауатҡа хәрби етәксе булыу ҡандан бирелгән. Ул халыҡтың рухи булмышы менән бергә. Бер халыҡтың милли геройы - бөтә донъяның ҡаҙанышы, табышы. Элек-электән уны данлауға ҡаршы яһалма кәртәләр ҡуйылыуы ғына быны сикләй. Ул - халҡыбыҙҙың һәр быуыны өсөн өлгө.

Здоровье и долголетия
Минземимущество