Быйыл уҡырға ҡабул итеүҙә үҙгәрештәр бар

Быйыл уҡырға ҡабул итеүҙә үҙгәрештәр бар https://bash.news/yuldash/4667_byjyl-ukyrha-kabul-iteuze-uzgereshter-bar
18 июн, 15:47

Юғары уҡыу йорттарында абитуриенттарҙан документтар ҡабул ителә башлауы айҡанлы, уның үҙенсәлектәре, мәҫәлән, нимә өсөн өҫтәмә балдар алып булыуы тураһында Рәсүл Сәғитов БДУ-ның ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары Ринат Төлкөбаев һәм ошо уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев менән әңгәмәләшә.

Быйыл уҡырға ҡабул итеүҙә үҙгәрештәр бар
Быйыл уҡырға ҡабул итеүҙә үҙгәрештәр бар


 
Ринат Төлкөбаев:
 
- ШОС һәм БРИКС саммиттарына бәйле документтарҙы электрон формала ҡабул итәбеҙ. Математика буйынса берҙәм дәүләт имтихандары мәсьәләһендә быйыл проблема бар. Беренсенән, база имтиханын тапшырып ҡына математика йүнәлешендә уҡырға теләйҙәр, ә бының өсөн профиль кәрәк. Икенсенән, балдар әҙ. 17027 егет һәм ҡыҙ математика буйынса БДИ тапшырған, шуларҙың 4266-һы профиль имтиханын бирә алмаған. 12761 кеше генә профилгә бара ала, был былтырғыға ҡарағанда 7 меңгә әҙерәк. Математика буйынса уртаса балл былтыр республикала 44,6 ине, быйыл - 42,8. Ә РФ буйынса 3 балға артҡан. Былтыр республика вуздары физика буйынса бюджет урындарын яба алманы, быйыл математика менән бәлә. Ә рус теле буйынса Башҡортостанда күрһәткес күтәрелгән, Рәсәйҙәгенән күберәк. 
 
Риф Әхмәҙиев:
 
- Бюджет урындары ҡапланмаһа, киләһе йыл уларҙың ҡыҫҡартылыуы ихтимал. Быйыл биш йыллыҡ уҡыу баҫҡысы буйынса 203 белгес сығарҙыҡ. Был бик күп, тарихта булмаған хәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тапҡыр. Тик бакалавриат менән магистратура ғына ҡалғас, студенттар һаны кәмей.
Беҙгә уҡырға килегеҙ!

Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа