Башҡортостан - ғорур тауҙар иле

Башҡортостан - ғорур тауҙар иле https://bash.news/yuldash/4681_bashkortostan-horur-tauzar-ile
23 июн, 16:06

Борон–борондан кешеләр тауҙарға ҡарап һоҡланған һәм уларға табынған. Ҡояш, Ут, Һауа, Ағас, Ҡош ише Тауҙы ла илаһи, изге тип атаған улар. Ата–бабаларыбыҙ тауҙың да йәне бар тигәнгә ышанған, шуға ла уға табыныу менән рәттән ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо ла булған. Әммә тора-бара ошо тойғоно еңеп, кешеләр тауға менгән, бейек үрҙәрҙе артылған. Дошмандары ябырылыуынан ҡасып, ҡаяларға һыйынған, сауҙа юлдарын эҙләп тә тау үрҙәренә барып сыҡҡан. Ваҡыт үтеү менән тауҙарға артылыусыларҙың маҡсаттары ла үҙгәргән. Хәҙер унда ғалимдар һәм сәйәхәтселәр, ҡаяға үрмәләүселәр, альпинистар һәм тәбиғәтте яратыусылар юллана. Һөйләшеүҙә Башҡортостан тауҙарын артылған, уларҙың матурлығы менән һоҡланған кешеләр ҡатнаша. Улар тәьҫораттары һәм күҙәтеүҙәре менән бүлешә.

Башҡортостан - ғорур тауҙар иле
Башҡортостан - ғорур тауҙар иле


Минземимущество
26 мая