Еңел наркотиктар һәм элекке наркомандар булмай

Еңел наркотиктар һәм элекке наркомандар булмай https://bash.news/yuldash/4684_enel-narkotiktar-hem-elekke-narkomandar-bulmaj
24 июн, 19:34

26 июнь - Бөтә Донъя наркоманияға көрәш көнөндә "Юлдаш" радиоһында өр-яңы проект эфирға сығасаҡ. Ул "Яңы юл" тип атала һәм наркомандарҙы дауалауҙа ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Айырыуса, баҫым наркотиктарҙың яңы төрҙәре - спайстар, микстар, амфетамин, синтетик матдәләр, халыҡ телендә әйткәндә, тоҙҙарға йүнәлтеләсәк. Тапшырыу реалити-проект. Ул наркомандарҙы һауыҡтырыу үҙәге менән берлектә эшләнәсәк. Бөгөнгө программа ошо уңайҙан әҙерләнде. 

Еңел наркотиктар һәм элекке наркомандар булмай
Еңел наркотиктар һәм элекке наркомандар булмай


Был төр наркотиктар һәр ғаиләнең бәләһенә әйләнә ала. Һәм генерал ғаиләһе, уҡытыусы, йә ябай урам һепереүсе ғаиләһеме - мөһим түгел. Ул милләткә, социаль ҡатламға ҡарамай. Әммә һуңғы арала хатта төпкөл ауылдарға барып етеп, тамыр йәйә башлауы, йәмғиәткә ныҡлы көрәш башларға кәрәклеккә аныҡ күрһәтмә.
Студия ҡунаҡтары - нарколог Рәмилә Әбделғужина һәм психолог Зәйнәп Назарова. 
 
 

Здоровье и долголетия
Минземимущество