Ҡадир Әлибаев. "Мин донъяны таныным" шиғри шәлкеме

Ҡадир Әлибаев. "Мин донъяны таныным" шиғри шәлкеме https://bash.news/yuldash/4692_kadir-elibaev-min-donyany-tanynym-shihri-shelkeme

         Шағир Ҡадир Әлибаевтың тыуыуына – 75 йыл. Уның «Мин донъяны таныным»  тигән поэтик  шәлкеме автор уҡыуында 1995 йылда яҙып алынған. 
         Ҡадир Әлибаев әҙәбиәткә 70-се йылдарҙа килә. Хәйбулла, Учалы райондарында, Сибай ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Уның “Аҡ шишмә”, “Йырлы ямғыр”, “Әсәйем ҡулдары”,  “Атайым тупһаһы”, ”Самауыр йыры” тип аталған йыйынтыҡтары шиғриәт һөйөүселәргә айырыуса яҡын. Шағир афористик ҡыҫҡалыҡ менән күпте аңлатыуға эйә. Мәҫәлән:
                      Беләм-беләм, төрлөһө бар
                      Әҙәмдәр араһында.
                      Балҡып китеп сәскә үҫә
                      Әремдәр араһында. 

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд