Абдулхаҡ Игебаев. "Йәшәп һыуһын ҡанманы". Лирик-философик уйланыуҙар

Абдулхаҡ Игебаев. "Йәшәп һыуһын ҡанманы". Лирик-философик уйланыуҙар https://bash.news/yuldash/4702_abdulhak-igebaev-jeshep-hyuhyn-kanmany-lirik-filosofik-ujlanyuzar
30 июн, 10:12

       Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаев  тыуған ауылы Күсейҙә " аҡбур менән аҡ нурҙарҙан күңеленә аҡ юл һалған" тәүге уҡытыусыһы Әсмә Баймырҙина, ил баһадиры Тәфтизан Миңлеғолов, ырыуҙаш-замандаштары Батыр Вәлит, Абдрахман Ғәлләмов һ.б-ҙы тәрән хөрмәт менән иҫкә ала.
        Күңелендә уйылып ҡалған Темәс балалалар йортона ҡәғбә ташына табынғандай табыныуын шиғри юлдар аша еткерә:
                            Тын ҡурылып, әрнеп сәсәгәндә
                            Ҡайғы-хәсрәт тигән төтөнгә
                             Һин тәү башлап шәфҡәт ҡулы һуҙҙың
                             Уралдағы күпме йәтимгә…  

Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа