"Башнефть" акцияларының дивидендтары республика үҫешенә эшләйәсәк

"Башнефть" акцияларының дивидендтары республика үҫешенә эшләйәсәк https://bash.news/yuldash/4713_bashneft-akciyalarynyn-dividendtary-respublika-uceshene-eshlejesek
02 июл, 16:15

"Башнефть"тең яңынан дәүләт ҡарамағына күскәнен беләбеҙ, акцияларының сирек өлөшө Башҡортостанға бирелде. Шундай ҙур компанияның, табышлы тармаҡ предприятиеһының, 25 процентҡа булһа ла, үҙәктән төбәккә күсеүе - оло, мөһим ваҡиға, әлбиттә, бында республиканың, берҙән, Мәскәүҙе ышандыра алыуын, икенсенән, шулай үҙенә яуаплылыҡ йөкмәүен юғары баһаларға кәрәктер. Ә уның Башҡортостан өсөн ҙур иҡтисади ҙа, социаль дә, стратегик та, хатта әхләҡи ҙә әһәмиәткә эйә икәнлеге тураһында әйтеп тороу - артыҡ. Республиканың Рәсәйҙә ,башлыса, тап нефть һәм газға бәйле яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе икәне билдәле бит. 2016 йылда компания нефть сығарыуҙы 20 миллион тоннаға еткерергә ниәтләй. Быйыл 19 миллион самаһы булыр, тип белдерелә.

Башнефть акцияларының дивидендтары республика үҫешенә эшләйәсәк
Башнефть акцияларының дивидендтары республика үҫешенә эшләйәсәк


Ошо һәм башҡа мәсьәләләр тураһында Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институты доценты Илдар Ғәбитов менән хәбәрсе Рәсүл Сәғитов һөйләшә.
 
Илдар Ғәбитов:
 
- Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙә эре нефть компанияларын дәүләткә күсереү процесы бара. Быны мин ыңғай баһалайым, сөнки стратегик предприятиеларҙың, тармаҡтарҙың тап хөкүмәт ҡулында булыуы дөрөҫ. "Башнефть" менән идара итеүҙә лә республиканың тауышы ишетелеп торорға тейеш. ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөлә үтеүе баш ҡала, тотош республика өсөн - ҙур мәртәбә һәм уларҙың киләсәктә үҫешенә һәйбәт нигеҙ.
 
 
Редакциянан: Әңгәмәсебеҙҙең башҡа фекерҙәре менән тапшырыуҙың яҙмаһын тыңлап таныша алаһығыҙ.