Башҡортостанды һәр кем яҡшы яҡлап таныта йөрөһөн

Башҡортостанды һәр кем яҡшы яҡлап таныта йөрөһөн https://bash.news/yuldash/4730_bashkortostandy-her-kem-yakshy-yaklap-tanyta-jerehen
14 июл, 20:56

Тапшырыуҙың авторы һәм алып барыусыһы Рәсүл Сәғитов:

Башҡортостанды һәр кем яҡшы яҡлап таныта йөрөһөн
Башҡортостанды һәр кем яҡшы яҡлап таныта йөрөһөн


 
- Саммиттар тамам, тормош - дауам. Самиттар һуңынандағыса - дауам. Әйткәндәй, был көндәрҙә халыҡтан йыш ишетелгән һүҙ - ана шул ҡунаҡ көткәндәге, ҡаршылағандағы, ҡунаҡ күрһәткәндәге тип әйтәйек кәйефтең, тәртиптең, рухтың киләсәккә лә ҡалыуын теләү ул. Йәғни - үҙебеҙ булып, ләкин бөтә донъяға һәйбәт яҡтан билдәле итеп йәшәү, эйе, ярай, сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары әйтмешләй, төпкөл дә булһын ти, әммә алдынғы субъект, заманса регион рәүешендә донъя көтөү. Һәм был - әлеге ҙур сараларға танау сирып ҡараған бәғзеләргә аныҡ яуап та: тәртип, үҙ-үҙеңде ихтирам итеү аша башҡаларға ла хөрмәт күрһәтеүҙән - ни зыян һуң? 
Был хаҡта артабан да һөйләй барырбыҙ, тигән ниәттәбеҙ, һүҙ үҙәгенә ниндәйҙер айырым тармаҡтар сыҡҡанда ла, теләп тә, ҡайһы саҡ хатта ирекһеҙҙән дә, әйләнеп ҡайтырбыҙ ҙа ҡайтырбыҙ әле. Сөнки, төптән уйлап ҡарағанда, ныҡ мәртәбәле саралар булды бит. "Өфө декларацияһы" тигән ике документтың ҡабул ителгәне генә лә күп нәмә тураһында һөйләй ҙәһә. Береһе - БРИКС етәкселәренеке, икенсеһе - ошо ойошма илдәре профсоюздары вәкилдәренеке. Һәм, йөкмәткеләренә бөтөнләй иғтибар ҡылмаған осраҡта ғына ла,  атамаларында "Өфө" һүҙенең булыуы ла ифрат мөһим, был ҡаланы, республиканы таныта.
Ә бөгөнгө тапшырыуҙың йөкмәткеһенә килгәндә, ул тап бөгөн, төштән һуң, бынан бер сәғәттән ашыуыраҡ, тамамланған сара - республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың матбуғат конференцияһындағы яуаптарынан ғибарәт булыр. Унан алдараҡ шунда уҡ, Конгресс-холлда, экскурсия үткәрелде, хәбәрселәр донъя кимәлендәге ҙур сәйәси саралар эҙҙенән йөрөнө. 
 
Редакциянан: әңгәмәнең йөкмәткеһен тапшырыуҙың яҙма вариантын тыңлап белергә мөмкин.
 
 
 

Здоровье и долголетия
Минземимущество