Тотороҡлолоҡ таяуы

Тотороҡлолоҡ таяуы https://bash.news/yuldash/4751_totoroklolok-tayauy
04 авг, 16:21

Рәсүл Сәғитов:

Тотороҡлолоҡ таяуы
Тотороҡлолоҡ таяуы


- Рәсәй - демократик дәүләт, Конституцияһында шулай тип яҙылған. Быны беҙ ысынбарлыҡ ҡына түгел, унан да бигерәк демократия принциптары һаман тәрәнерәк хөрмәт ителә барыу, шуға ынтылыу тип тә аңлайбыҙ, үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тәү нәүбәттә ошо юлдағы боролоштар тип төшөнәбеҙ. Һәм быны, халыҡ хакимлығын, граждандар йәмғиәтенең дәүләт власы органдары өҫтөнән күҙәтке алып барырға тейешле төрлө институттары тәьмин итә лә. Илдә президент бар, әлбиттә, ул бөтәһе өсөн дә яуап бирә, бирергә бурыслы - антын үтәргә тейеш. Әммә был ғына әҙ: ил яҙмышы бер генә кешенән, бер генә сәйәси фирҡәнән тора алмай, улай дөрөҫ булмай. Бының өсөн камил, бына быныһына айырып баҫым яһап әйтәбеҙ - өлгөрөп еткән граждандар йәмғиәте хәжәт. Юғары яңғыраһалар ҙа, китаптан төшкән һымаҡ ҡабул ителһәләр ҙә, ошо һүҙҙәрҙе әйтмәү мөмкин түгел - тик ирекле илдәге азат кешеләр генә ысын мәғәнәһендә уңыш ҡаҙана ала. Һәм был бит, төптән уйлап ҡарағанда, - илдең иҡтисади нигеҙе лә, сәйәси тотороҡлолоғо таяуы ла.
   Граждандар йәмғиәте тигәндә "кәрәк" һүҙен йыш ҡулландыҡ, ошоноң менән Рәсәйҙә әлегә уның беҙ теләгәнсә үк кимәлгә күтәрелмәгәненә ишараланыҡ һәм был ысынлап та ла шулай, әлбиттә. Бының өсөн ни эшләргә һуң? Иң беренсе сиратта - аң менән ҡабул итергә һәм хәлдән килгәнсә күтәрешергә кәрәктер. Тағы ла: граждандар йәмғиәте, ябай телдә әйтһәк, дәүләт менән тиң хоҡуҡлы булғанда ғына тотороҡлолор. Граждандар йәмғиәте бөгөн Рәсәйҙә дәүләт хакимлығы хәл иткән бөтә мәсьәләләр буйынса фекер алышыуға йәлеп ителергә тейеш. Дәүләт, муниципаль органдарға ла бит кире бәйләнеш, диалог кәрәк, шунһыҙ төрлө социаль мәсьәләләрҙең үтәлеше лә хәүеф аҫтына ҡуйыла. Һәм бына ошонда инде беҙ Йәмәғәт палатаһы тигән һис шикһеҙ мөһим институт тураһында әйтә алабыҙ.
   Ул 2005 йылда, "Рәсәй Федерацияһында йәмәғәт контроле нигеҙҙәре тураһында" ғы федераль законға ярашлы, ойошторолдо. Закон йәмәғәт контроле субъекттары тип, беренсенән, илдең, икенсенән, уның төбәктәренең, өсөнсөнән, муниципаль берәмектәрҙең йәмәғәт палаталарын, дүртенсенән, башҡарма власть органдарындағы йәмәғәт советтарын билдәләне. Йәғни быйыл 10 йыллыҡ юбилей булды.
  Йәмәғәт палатаһы, тәбиғи, беҙҙең Башҡортостанда ла бар. Ошо көндәрҙә генә уның яңы ағзаларына танытмалар тапшырылды.
   Бөгөн ошо хаҡта һөйләшергә тип беҙ студияға Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр Академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты директоры Рим Марс улы Вәлиәхмәтовты саҡырҙыҡ.
                                                                                                               

Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд