Үҙе милли, үҙе заманса

Үҙе милли, үҙе заманса https://bash.news/yuldash/4754_uze-milli-uze-zamansa
07 авг, 18:51

Беҙҙә ҡунаҡта - "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ  Ҡотоева. 

Үҙе милли, үҙе заманса
Үҙе милли, үҙе заманса


 
- “Башҡортостан ҡыҙы” һуңғы арала ҙур-ҙур эштәр башҡара. Мәҫәлән, "Уҡымышлы троллебус"  акцияһы.  Ниндәй акция һуң ул һәм һеҙҙең ундағы ҡатнашыуығыҙҙың өлөшө ниндәй?
- Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһының Османғази университеты менән берлектә республикабыҙ ауылдарына хатта экспедициялар ҡылдығыҙ. Яңылыҡ бит был һәм нидәйерәк яңылыҡ! Был хаҡта тәфсирләп һөйләгәндә?
- Креатив эштәр-журналдың һәм унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең, бигерәк тә баш мөхәррирҙең заман менән бергә атлауын күрһәтә. Йәки был креативлыҡ журналдың үҙендә нисек сағылыш таба?
- Һәр хәлдә, бөгөн халыҡты төрлө баҫмаларға яҙылмай, аҡса йәлләй, тип тәңҡитләү модала түгел. Ә проблема ҡала-яҙылыусылар бихисап, баштан ашҡан тип әйтеп булмай. Нимә эшләргә?
- Интернеттан гәзит-журнал уҡыу-альтернатива түгел? Һәм уны унан бушлай уҡыу мөмкинлеге бирергә кәрәкме лә икән?
-Башҡортостан ҡыҙы-бөгөнгө заман ҡыҙҙарының ниндәй проблемаларын яҡтырта? Йәғни, ниндәй проблема менән йәшәй бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙар?
-Ә һеҙ сит илдәрҙең уңышлы аҙымдарын миҫал итеп ҡулланаһығыҙмы, әллә ниндәй генә наноысулдар бар хәлдә лә, төп баҫым миллилеккә яһаламы? Әйткәндәй, миллилекте мода итеп сығарырға ваҡыт түгелме? Ҡашмауҙар, һаҡалдар, сәстәрҙә тәңкәләр, беләҙегем-йөҙөгөмдө көндәлек тормошҡа сығарыу мәсьәләһенә килгәндә? Ә милли кейемдәрҙе һәм биҙәнеү әйберҙәрен музейҙарҙа ғына һаҡлау түгел…
- Әммә шулай ҙа бер һанда кеҫә янсығының ни өсөн ҡатын-ҡыҙ ҡулында булыу мәсьәләһен дә күтәрәһегеҙ. Ҡайһылай ғына борма, милли тәңкәгә икмәк һатып алып булмай……
- Уҡыусыны йәлеп итеүҙең бер юлы-ялтырауыҡлы сағыу журнал булдырып, уның яртыһын реклама менән тултырыу, реклама иҫәбенә баҫманы ялтырауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ итеү мөмкин булыр ине. Эстән ҡалтыраған хәлдә, йәғни мәғәнәһен икенсе планға ҡуйып. Күберәк реклама форматында мәҡәләләр яҙыу. Һеҙҙең ҡараш?
- Тыңлаусы бөгөн оҙон мәҡәләләрҙе лә уҡып бармай. Бәйләнештә сайтында һиҙәһегеҙме, һәр төрлө рецептарға, ярым-яланғас ҡыҙҙар йә матур көсөк һүрәтенә йөҙләгән-меңәрләгән лайк ҡуялар, ә проблема алдыңмы, башын ҡатырырға теләмәүселәр күбәйә. Етди темаларға эшләгән журналистарға нимә эшләргә? Тема мөһимлеген нисек халыҡҡа еткерергә? Интернетһыҙ ҙа булмай…..
- Ә һеҙҙең журналистар ниндәйҙер сенсацион материалдар өҫтөндә эшләй, эҙләйме, әллә был журналдың форматына тап килмәй һәм күберәк очерктар, һүрәтләмәләр урын аламы?
- Ә хеҙмәт кешеһен маҡтау йышмы журналда? Ябай һауынсыны, мәҫәлән? Әллә берәй йырсы тураһында уҡыу тыңлаусыға ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡмы?
- Ҡатын-ҡыҙҙар ныҡ ярата баҫманы! Ә ир-егеттәр яратмаймы ни баҫманы?.
- Милли баҫмаларға иғтибар ҙур булырға тейеш-һығымта бер! Һәм яҙылыу хаҡы ла ат хаҡы түгел. Хатта бер тауыҡ хаҡы ла түгел, әллә улай ғына бармы?  
Тулы яуаптар тапшырыуҙың яҙма вариантында. 
 

Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа