ЯҢЫ ЮЛ 2

ЯҢЫ ЮЛ 2 https://bash.news/yuldash/4757_yany-yul-2
10 авг, 13:26

 

ЯҢЫ ЮЛ 2
ЯҢЫ ЮЛ 2


Тапшырыу соли һәм спайстар бәләһенә тарығандар өсөн. "Сәләмәт тормош" мәрхәмәтлек фонды менән берлектә әҙерләнә.
 
Төп герой-Вадим. Ул үҙәктә әле бер нисә генә аҙна. Беренсе көндәрендә дживиашҡа тартылыштан иҙәндә тәгәрәп йөрөгән булһа, әле ҡасыу тураһында хыяллана. Ә адаптация дәүерен үткәндәр йүнәлеүгә табан бара. Беренсе сериялар яҡынса ошодай. Үҙәктә резиденттар бер-береһенә туғандарса ярҙам күрһәтә, сөнки был уларҙы берләштергән бәлә, был иң һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе. Консультанттар, психологтар улар менән тулыһынса эшләй. Һәр көн дәрес эшләйҙәр, ни өсөн был юлға баҫҡандарын һәм унан сығыу юлын анализлайҙар, эҙләйҙәр. Тапшырыу һайын ниндәйҙер яңылыҡ асыласаҡ, геройҙар менән бәйле көтөлмәгән мәғлүмәт билдәле буласаҡ. Барыһы-Яңы юл проектында. Журналист булараҡ, проекттың авторы булараҡ, мин был тема өҫтөндә күп һәм ентекле эшләйем. Аҙна һайын спайс, соли, скорость һб бәләһенә тарыусылар, уларҙың ата-әсәләре менән аралашам, психологтар, наркологтар менән һөйләшәм, эҙләнәм. Әгәр ҙә ошондай проблема бар икән, шылтыратығыҙ, йә яҙығыҙ, беҙ ярҙам итәсәкбеҙ, сөнки йәмғиәттә әлеге мәлдә был наркотиктар менән бәйле ҡурҡыныс тормош бара, йәштәр себен кеүек ҡырыла. Битараф булмағанда, бергәләп көрәшкәндә генә кемделер ҡотҡарып алып ҡаласаҡбыҙ. Оялырға, уңайһыҙланырға кәрәкмәй, был ил бәләһе! 2516579-эш телефоны. Йә бында яҙығыҙ. 
 
http://www.fundzj.ru-белгес ярҙамы

Здоровье и долголетия
Когда отремонтирую ваш подъезд
15:47, 07 дек
12:10, 28 ноя
15:05, 15 окт
14:16, 10 авг