Премия кемдеке булыр?

Премия кемдеке булыр? https://bash.news/yuldash/4779_premiya-kemdeke-bulyr
29 авг, 12:52

Республика йәштәренең мәртәбәле бүләге – Шәйехзада Бабич премияһына дәғүә итеүселәрҙең исем-шәрифе билдәләнде. Премия әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге эштәр өсөн тапшырыла. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста артабан ҡатнашыу өсөн 27 кандидаттың 12-һе һайлап алынған. 

Премия кемдеке булыр?
Премия кемдеке булыр?


Ялҡынлы шағирҙың исемен йөрөткән премияға лайыҡ булыу өсөн “Ҡалдырма, әсәй!”китабы өсөн Айгиз Баймөхәмәтов һәм  “Яңынан тыуыу” шиғри йыйынғы авторы Алмас Шаммасов көс һынашасаҡ. “Башкиргражданпроект” институты иһә конкурсҡа авторҙар коллективының эшен тәҡдим иткән. Сибай ҡалаһының генераль планына үҙгәрештәр индергән йәштәр - Руслан Алмаев, Гүзәл Арыҫланова, Евгений Пальмин, Асель Фәттәхова премия өсөн көрәшәсәк.  Исемлектә Рөстәм Әлибаев та бар. Ул Башҡортостандың тәбиғәтте һәм күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре. Рөстәм үҙенсәлекле ҡомартҡыларҙы һаҡлау, ҡурсалау һәм популяр итеүгә ҙур өлөш индергән.
Иң күп кандидаттар - сәнғәт өлкәһенән. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры артистары - Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева һәм Урал Әминев шулай уҡ был премияға дәғүә итә. Улар Таңһылыу Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға” спектаклендә төп ролдәрҙе башҡарҙы. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссер Альберт Имаметдиновтың эшен юғары баһаларға саҡыра.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры Ләйсән Мәзитова конкурста “Герой балалар” документаль шәлкеме һәм “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” фильмы менән ҡатнаша. 
Шәйехзада Бабич исемендегә премияға дәғүә итеүселәр араһында рәссамдар - Вера Фролова һәм Айгөл Ишбирҙина, кларнетсы Артур Нәзиуллин, милли симфоник оркестры музыканты Илшат Мөслимов, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артисы Шәһит Хамматов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бейеүсеһе Андрей Брынцев бар. Шәйехзада Бабич премияһын тапшырыу тантанаһы күптәнге матур йола буйынса республика көнөндә – 11 октябрҙә үтә.
Бөгөнгө программаға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссеры Ләйсән Мәзитова һәм “Башҡортостан” газетаһы хәбәрсеһе, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты саҡырҙыҡ. 
 
 

Минземимущество
Банер уфимская волна